“Һүҙ – дауа ла: Йәнгә бөркә йәшәү сихәтен”23.01.2015
Тема: “Һүҙҙән – тексҡа, еңелдән ауырға күсеү принцибы буйынса айырым һүҙҙе төрлө яҡлап өйрәнеү”
Маҡсат: уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, теманы еңел һәм ҡыҙыҡлы итеп аңлатыу.
Дәрес барышы.
Таҡтаға ҡышҡы тәбиғәт күренештәрен сағылдырған фотоһүрәттәр ҡуйыла. “Ҡышҡы романс” көйө яңғырай. Ҡәҙим Аралбаевтың түбәндәге шиғыры яҙып эленә:
Һүҙ – ташҡын да:
Йыуып ташлай йылдар туҙанын,
Һүҙ – осҡон да:
Тоҡандыра ыҙғыш усағын.
Һүҙ – ҡаяу ҙа:
Ыуы менән һибә михнәтен,
Һүҙ – дауа ла:
Йәнгә бөркә йәшәү сихәтен.
* Дәрес башында иғтибар фотоһүрәттәргә йүнәлдерелә, балалар матурлыҡты төрлөсә тасуирлай. Уҡытыусы уларҙы баһалап, һүҙҙең әһәмиәте, хикмәте тураһында бәйән итеүгә күсә. Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәрим әйткәнсә, һүҙ – аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә гүзәллекте аңлатыр үлсәм, күрһәткес. Уның ярҙамында донъяны танып беләбеҙ, аралашабыҙ. Әлеге маҡсат – балаларға һүҙҙең нескәлектәрен тойомларға ярҙам итеү.
* Артабан теманың принцибы буйынса “ҡыш” һүҙен төрлө яҡлап тикшереүгә күсәбеҙ. Балаларға “Был һүҙ һеҙҙә ниндәй хис-тойғо барлыҡҡа килтерә?”, “Ҡышты ишетеп буламы?” һәм башҡа һорауҙар бирелә. Унан балалар көй аҫтында аҡ миҙгелде һүрәткә төшөрә. Эштәргә һығымта яһағанда рәсемдәрҙә ниндәй төҫтәр өҫтөнлөк иткәне билдәләнә.
* Балалар артабан ошо һүрәттәрҙе ҡулланып, һүҙбәйләнештәр төҙөй (аҡ ҡар, һыуыҡ көн, сатлама һыуыҡ, ялтыр боҙ, сана шыуыу, ҡар яуа, саф һауа, әкиәт донъяһы, йондоҙҙар емелдәй һәм башҡалар). Ҡышты һүрәтләгәндә шулай уҡ билдәле рәссамдарҙың картиналары ярҙам итә, улар проекторҙан күрһәтелә.
* “Ҡыш” һүҙенең лексик мәғәнәһен билдәләүгә күсәбеҙ. Эште бүленеп эшләйбеҙ. Беренсе төркөм һүҙҙең мәғәнәһен үҙаллы аңлата (йыл миҙгеле, иң һыуыҡ ваҡыт, йәй һүҙенең антонимы һәм башҡалар). Бүтәндәр мәғәнәне аңлатмалы һүҙлектән эҙләп таба.
* Артабан “ҡыш” һүҙе фонетик яҡтан тикшерелә, грамматик мәғәнәһе билдәләнә. Был йәһәттән барлыҡ мәғлүмәтте терәк схемала бирергә мөмкин (Штейнберг системаһына нигеҙләнгән слайд-таблица).
* Балалар “ҡыш”ҡа тамырҙаш һүҙҙәрҙе яҙа. Ҡарлы миҙгелгә бәйлеләренә (буран, яуа, боҙ, шыршы, һырғалаҡ, елә, саңғы...) рифма уйлап таба.
* Шулай итеп, текст төҙөүгә яҡынлашабыҙ. Тасуирлау сараларын ҡулланып, “Рәттәрҙе дауам ит” тигән уйын ойошторола. Мәҫәлән, ҡышты һүрәтләү һүҙҙәре – матур, аҡ, сал, уҫал, һыуыҡ, көтөп алынған, оҙаҡ көттөргән, һағынып көткән, һалҡын, ҡарлы, буранлы... Йәнләндереүҙәр ҡулланыла: ҡыш семетте, өшөттө, ҡурҡытты, уйнаны, алмаштырҙы, китте, оҙаҡланы... Сағыштырыуҙар: һөттәй аҡ, мамыҡтай йомшаҡ, бүре кеүек уҫал, бала күңелеләй саф...
* Артабан төҙөләсәк текстың жанрын һайлайбыҙ. Балалар күп осраҡта түбәндәгеләргә өҫтөнлөк бирә: “Ҡыш тураһында әкиәт”, “Ҡыш менән диалог”, “Ҡыш бабайға хат”, “Ҡыш тураһында һынамыштар” һәм башҡалар.
* Унан балаларға сағыштырмаса яңы эш төрө тәҡдим ителә. Ул акрошиғыр тип атала. Һәр юлының тәүге хәрефенән һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм төҙөргә була. Мәҫәлән:
Ҡ – ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа,
Ы – ынйы кеүек һибелә.
Ш – шул ваҡытта күңелкәйем ап-аҡ нурға күмелә.
“Ҡыш” һүҙе менән синквейн да төҙөргә була. Һөҙөмтәлә дәрестә бер һүҙ аша төрлө жанрҙағы текстар буйынса эш алып барыла, уҡыусыларға башҡорт теленең бөйөклөгө, байлығы еткерелә.

Рәсилә НИҒМӘТУЛЛИНА,
4-се дөйөм белем биреү мәктәбенең I категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Мәләүез ҡалаһы.




Вернуться назад