Рухи ҡыйралыштың өнһөҙ сағылышы23.01.2015
Рухи ҡыйралыштың өнһөҙ сағылышы Мәғлүм булыуынса, Балтик буйында йәшәгән Латвия, Литва, Эстония граждандары балалар баҡсаһынан алып институтҡа тиклем туған телдәрендә белем ала. Халҡы сағыштырмаса аҙ булған Ҡаҙағстанда СССР мәлендә үк 20-ләгән нәшриәт бар ине. Ә бына эстондар туған телендә 20-нән ашыу журнал, мең ярымлап гәзит сығарып килде. Ғөмүмән, беҙгә мәҙәниәтте, мәғрифәтте үҫтереү йәһәтенән башҡа милләттәрҙән күп нәмәгә өйрәнәһе бар. Миҫал өсөн, республикала иң ҙур ҡалаларҙың береһе булған Стәрлетамаҡта (халыҡ һаны – 260 мең кеше) башҡортса ни бары «Ашҡаҙар» исемле гәзит кенә сыға, уны тик ике мең самаһы ғаилә алдыра…
Һораусылар күп, тик…

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Октябрь прос­пектындағы 59-сы йортта урынлаш­ҡан ҙур «Китап» магазинында Совет осоронда башҡорт-татар бүлеге бар ине. Баҙар иҡтисады йылдарында был кибет Мәскәү эшҡыуар­ҙарының ҡулына күсте. Һөҙөмтәлә хәҙер унда урыҫ һәм сит ил авторҙарының китаптары ғына һатыла. Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәренә урын юҡ… Магазинға тауарҙы Мәскәүҙән килтерәләр.
Бынан байтаҡ йылдар элек ошо магазин кәштә­ләрендә бер нисә милли китап күреп, һатыусыларҙан:
– Башҡорт-татар әҫәрҙәрен халыҡ нисек уҡый? Һатып алалармы? – тип һораным.
– Һораусылар күп, тик беҙҙең хужалар милли ки­таптарҙы алып бармай, – тип яуапланылар.
Ошо һөйләшеүҙән һуң магазин директоры Мария Ивановнаның (исеме үҙгәр­телде. – Авт.) янына индем. Башҡорт һәм татар китаптарын күпләп алып ҡайтырға булышлыҡ итергә теләгемде еткереү ине маҡсатым.
– Өфөнән барып алырға транспорты­быҙ ҙа, финанс мөмкинлегебеҙ ҙә юҡ, – тип ҡырт киҫте ул.
– Әгәр ҙә ул китаптарҙы баш ҡаланан үҙебеҙ килтереп, һеҙгә тапшырһаҡ, отошло булмаҫ инеме? – тим.
Хужабикә быны көтмәгәйне, ахырыһы: аптырап ҡалды, ыҡ-мыҡ итте. Шулай ҙа ҡаршы булманы.
– Ярар, шулай итегеҙ һуң, – тине.
Күренеп тора: был эште башҡарып сығара алырыма ышанманы.
Ниәтемде бойомға ашырыу өсөн Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының ул саҡтағы яуаплы секретары Флүр Ғә­лимовҡа мөрәжәғәт иттем. Һөҙөмтәлә йөк машинаһы таптыҡ та Өфөгә юл­ландыҡ. Нәшриәттең келәтендә күргәндәрҙән иҫ-аҡыл китерлек ине: Башҡортостан яҙыу­сы­ларының тиҫтәләгән мең китабы, ға­лимдарҙың уҡыусылар өсөн сығарған дәреслектәре, уҡыу әсбаптары, фәнни хеҙмәттәр, халыҡҡа барып етә алмайынса, «үле капитал» булып ята… Был рухи ҡыйралыштың йәнә бер өнһөҙ билдәһе түгелме?! Ә сәбәбе ниҙә һуң? Әлбиттә, беренсенән, вайымһыҙлыҡ. Икенсенән, китап магазиндары өсөн биналарҙың етерлек булмауы. Әйтәйек, Баш­ҡорт­ос­тан­дың көньяғында бер нисә ҡала бар. Улар араһында бөгөн Стәрле­тамаҡта ғына түгел, ә Ишембай, Салауат, Мәлә­үез һәм Күмертауҙа ла башҡорт китаптары һатыл­ған магазиндар юҡ. Хатта Өфөнөң Октябрь проспектында урын­лаш­ҡан китап магазинына ла тауыҡ кетә­гендәй бүлмә бирелгән бит! Ундағы ҡыҫынҡылыҡҡа хайран ҡалмалы. Хәйер, «Ки­тап» нәшриәтенең үҙе­нең дә тәғәйен бинаһы юҡ, ҡуртымға алынған урында көн күрә…
Ситкә тибелгән «сәүкә»

Стәрлетамаҡ китап магазинындағы башҡорт-татар бүлеге Совет осоронда ла йүнләп эшләй алманы. Күмәк ҡарға араһындағы сәүкәләй ине. Уны, исем өсөн өс-дүрт китап ҡуйған булып, ситкә типтеләр. Ә бит башҡорт китаптары йөкмәткеһе йәһәтенән ҙур өҫтөнлөккә эйә. Улар әхлаҡи яҡтан таҙа, кешелә изгелек, кешелеклелек, ололарға ихтирам, тыуған ерҙе яратыу кеүек күркәм һыҙаттар тәрбиәләй. Һуңғы йылдарҙа иһә республикаға индерелгән китаптарҙың исемен уҡыу ғына ла күңелдә сикһеҙ шом, сирҡаныу уята: «Я – вор в законе», «Приговор бешеного», «Дневник путаны», «Механика смерти», «Первый визит сатаны»… Былар кешенең аңына, айырыуса йәш быуын күңеленә ифрат насар йоғонто яһай. Стәрлетамаҡтың үҙендә генә лә ошо китаптарҙы уҡып «рухланған» күпме кеше енәйәт юлына баҫа!
Беҙгә бындай баҫмалар, экранлашты­рылған романдар, повестар аша болғансыҡ ташҡын булып килгән ерәнгес рухи аҙыҡ менән туҡланыуҙы туҡтатырға, әхлаҡ нигеҙҙәрен емереү, тарҡатыу эшен алып барған, боҙоҡлоҡто, садизмды пропагандалаған бөтә нәмәне Баш­ҡорт­останға индермәҫкә ваҡыт етте, тип уйлайым. Ә бит күп илдәрҙә, шул иҫәптән Американың үҙендә лә, кеше аңына насар йоғонто яһаған әҙәбиәт менән сауҙа итеү ныҡ сикләнгән. Беҙ иһә үҙаллылыҡты бер яҡлы ғына аңлайбыҙ. Ә ул – бойондороҡһоҙлоҡто нығытыу, мил­ли аң кимәлен күтәреү, халыҡ күңелендә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү, сит ҡы­ҫымдарға ҡаршы тороу көсөн арттырыу. Кешене эстән дә, тыштан да матур итеүҙә китаптың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

Битарафлыҡтың нигеҙе – мәктәптә

Интернет һәм телевидение китаптың урынына дәғүә итә алмай, тип уйлайым. Улар – өҫтәмә мәғлүмәт сығанаҡтары ғына. Бынан 30 – 40 йыл самаһы элек беҙҙең халыҡ башҡортса һыу эскән һымаҡ уҡый торғайны. Ә хәҙер милләттәштәребеҙ, айырыуса йәш быуын, туған телде төплө белмәй. Ни өсөн тигәндә, белем биреү башлыса урыҫса алып барыла. «Республика мәктәптәрендә уҡытыу 14 телдә ойошторолған» тип раҫлау ҙа ысынбарлыҡтан алыҫ тора. Ҡалаларҙа ғына түгел, хатта ауылдарҙа ла балаларға белем биреү элеккесә урыҫлаштырыуға ҡоролған. Һөҙөмтәлә башҡорт теленең ҡулланылыу даирәһе бик ныҡ сикләнгән.
Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта уҡы­ған йылдарым бөгөнгөләй хәтеремдә. Унда урыҫ теле һәм әҙәбиәте менән математиканан башҡа бөтөн предметтар башҡортса өйрәтелде. Ошондай шарттарҙа сығарылыш уҡыусыларының күпселеге юғары уҡыу йорттарына «йырлап» инеп китер ине…

Марс НУРИЕВ,
яҙыусы.



Вернуться назад