Хата төҙәтеү дауам итә23.01.2015
Хата төҙәтеү дауам итә Башҡорт теленең дәүләт статусында ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү йәһәтенән республикала байтаҡ эш атҡарыла. Шуларҙың береһе – алтаҡталарҙағы, тыш­лыҡ­тарҙағы, ярлыҡтарҙағы яҙмаларҙың хатаһыҙ яҙы­лы­шы. “Башҡортостан” гәзите лә маҡсатлы эшкә үҙ өлөшөн индерә. Һөҙөмтәлә редакцияның булыш­лығы менән урам исемдәрендәге байтаҡ хата төҙә­телде. Гә­зит тарафынан белдерелгән дәғүәләргә би­та­раф ҡал­майынса, мәсьә­ләне тиҙ арала ыңғай хәл иткән ха­ки­миәт хеҙмәткәрҙәренә, ундағы терминология комиссиялары ағзаларына рәхмәт еткереп, киләсәктә лә бергә эшләрбеҙ тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Эшкә һеҙ ҙә ҡушыла ала­һығыҙ. Үҙегеҙ йәшәгән ҡалалағы, райондағы баш­ҡортса яҙмаларҙа хата күрҙегеҙ икән, уны фотоға төшөрөп алып, редакцияға ебәрегеҙ. Урын­дағы хакимиәт, ойошма-пред­приятиеларҙың ярҙамы ме­нән мәсьәлә ыңғай хәл ителер.
Шуны ла өҫтәп әйтергә кәрәк: “Башҡортостан” гәзите редакцияһында тәржемә хеҙмәте эшләй, телефоны – 273-90-66.


Вернуться назад