Үҙебеҙсә генә аңлатып булмаймы?23.01.2015
Беҙ, өлкән быуын вәкилдәре, барлыҡ яңылыҡ менән гәзит, радио-телевидение аша танышып барабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе аңлап булмай.

Мәҫәлән, позиция, актуаль, модернизация, эксперт, биржа, агитация, реабилитация һәм башҡалар. Халҡыбыҙҙың һөйләшендә булмаған был һүҙҙәр теле­беҙҙе йәмһеҙләй, уның бәҫен төшөрә. Милли хазинабыҙҙы һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән ҙур эш алып барған киң мәғ­лүмәт саралары ошондай сит төшөнсә­ләр­ҙе үҙебеҙсә тәржемә итеп, аңла­йышлы яҙа һәм һөйләй ала бит!




Вернуться назад