Былтыр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре өсөн махсус премия булдырғайны. Йыл аҙағында уның менән йәмғеһе 20 кеше бүләкләнде, араларында Силәбе өлкәһендә йәшәүсе уҙаман Урал Сафиуллин да бар ине.
Урал Ҡафый улы, Өфөнән саҡырыу алһа ла, һаулығы ҡаҡшау арҡаһында премия тапшырыу тантанаһына бара алманы. Әлбиттә, бүләк уны оҙаҡ көтөп ятманы, эйәһе янына Силәбегә үҙе килде. “Нисек ҡабул итте һуң Урал ағай бүләкте? Ниндәй тойғолар кисерҙе, ҡәнәғәт ҡалдымы?” — тип һорарһығыҙ. Һис шикһеҙ, хеҙмәтен лайыҡлы баһалауҙары уҙаманды ғына түгел, яҡташтары, туғандары һәм таныштарының һәр кемеһен ҡыуандырҙы.
Силәбе өлкәһендә лә, Башҡортостанда ла уны әүҙем йәмәғәтсе тип беләләр. Урал Сафиуллин үҙенең барлыҡ ғүмерен тиерлек мәҙәниәткә һәм мәғрифәткә бағышланы. Бик күп яҡлы талант эйәһе ул: уҡытыусы, шағир, журналист, рәссам, йырсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы...
Тормош юлына килгәндә, Урал ағай 1933 йылда Арғаяш районының Аҡбаш ауылында тыуа. 1948 — 1952 йылдарҙа Троицк педагогия училищеһында белем ала, Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Силәбе дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай. Тарих уҡытыусыһы булып байтаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыға.
1960 — 2010 йылдарҙы тыуған яҡты өйрәнеүселәр күҙлегенән үткәрһәк, Силәбе башҡорттары өсөн был осорҙо “Урал Сафиуллин дәүере” тип атарға булыр ине, моғайын. Уның халыҡ өсөн ҡылған изгелектәре етерлек: 70-се йылдарҙа Силәбенең берҙән-бер милли китапханаһына ҡаһарман шағир Шәйехзада Бабичтың исемен бирҙереүсе булды; 80-се йылдарҙа өлкәлә Башҡорт халыҡ үҙәген ойошторҙо; 90-сы йылдарҙа Силәбе дәүләт университетында Көнсығыш бүлеген астырыу ҙа Урал Ҡафый улының иңенә төштө. Өлкәлә милли матбуғат үҫешенә ғүмеренең ҙур бер өлөшөн бағышланы ул: “Тыуған яҡ”, “Дуҫлыҡ” гәзиттәренең яуаплы секретары вазифаһын башҡарҙы, 2000 — 2009 йылдарҙа “Уралым” гәзитенең мөхәррире булды. Шул осорҙа уның үткер ҡәләме менән яҙылған мәҡәләләр милләтте туплауға, рухи йоҡонан уятыуға булышлыҡ итте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының бүләген алғас, Урал Ҡафый улының йөҙөндә йылмайыу артты, ҡартлыҡ ғәләмәте лә шуның менән бер килке сигенгәндәй булды. Тормош юлдашы Сәлиә Гәрәй ҡыҙы ла был ваҡиғанан бик ҡәнәғәт ҡалды. “Бүләк уға шундай ныҡ ыңғай тәьҫир яһаны, уны рухи йәһәттән һауыҡтырҙы. Хатта әүәлге хәленә ҡайтҡандай булды Урал ағайығыҙ. Ҡоролтайҙың башҡарма комитетына шундай бүләк өсөн ғаиләбеҙ исеменән сикһеҙ рәхмәт белдерәбеҙ”, — тине ул.
Ҡамса МОРТАЗИН.
Силәбе ҡалаһы.