Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү ойошмалары эшмәкәрлеге21.01.2015
-Тауар, эш һәм хеҙмәт өсөн ҠУЛАҠСАҺЫҘ иҫәпләшеү.
-Тауарҙы, эште һәм хеҙмәтте кредитҡа һатыу.
-Тауарҙы, эште һәм хеҙмәтте хаҡын бүлеп түләү шарты менән һатыу.
Хоҡуҡты боҙоу осраҡтары
- Банк (эш хаҡы, кредит, депозит һ.б.) картаһы менән иҫәпләшкәндә аҡсаны законһыҙ алыу;
-Тауарҙы кире ҡайтарғанда уның хаҡын иҫәпкә ваҡытында кире күсермәү;
-Карта менән иҫәпләшкән өсөн ойошма хеҙмәткәренең өҫтәмә хаҡ талап итеүе, тауар, эш, хеҙмәт хаҡының чектағы мәғлүмәткә тап килмәүе.
Ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшкәндә алдаҡсыларҙан нисек һаҡланырға?
-ПИН-код хаҡындағы мәғлүмәтте берәүгә лә әйтмәгеҙ.
-Картағыҙҙы сит кешегә бирмәгеҙ.
-Картағыҙҙың күсермәһен яһарға рөхсәт итмәгеҙ.
-Һатыусының ышаныслы булыуына шикләнһәгеҙ, тауар һәм хеҙмәт өсөн Интернет аша түләгәндә картаны ҡулланмағыҙ.
-Чекка ҡул ҡуйыр алдынан тауар (эш, хеҙмәт) хаҡының дөрөҫ күрһәтелеүенә инанығыҙ.
-Һатып алыуҙан баш тартҡан осраҡта операцияны туҡтатыуҙы һорағыҙ. Сауҙа хеҙмәткәренең чекты (слипты) юҡ итеүенә инанығыҙ.
Интернет-магазиндарҙан тауар һатып алыу өсөн икенсе карта алырға һәм уға аҡсаны етерлек күләмдә генә һалырға, шулай уҡ махсус иҫәп асырға кәңәш ителә.
Һатып алынған тауарҙы кире ҡайтарырға йәки хеҙмәттән баш тартырға теләһәгеҙ, ойошма хеҙмәткәренә аҡсаны алыу һәм тейешле документты (“ҡайтарыу” чегын йәки слипты) тултырыу өсөн картаны бирегеҙ. Был документты үҙегеҙҙә һаҡлағыҙ. Әгәр аҡса иҫәпкә 30 көн эсендә ҡайтарылмаһа, ғариза яҙығыҙ һәм уны “ҡайтарыу” чегы менән банкка тапшырығыҙ.