Киҙеү йөрөй, абай бул!21.01.2015
Яңы йыл байрамынан һуң бәғзеләр эшкә йылдам ғына яраҡлашып китә алмай яфалана. Шулай ҙа киҙеүгә ҡаршы вакцинация үткәргәнгә күрә, сирлеләр күп түгел.
Йыл башында республикала эпидемия кимәле уртаса күрһәткестәрҙән түбәнерәк булды. Ләкин был — рәсми һан ғына. Күптәр табипҡа мөрәжәғәт итергә ашыҡмай, үҙ белдеге менән дауалана.
Тымау өс-дүрт көн эсендә үтмәһә, белгестәр поликлиникаға барырға кәңәш итә. Шулай ҙа сирҙе алдан иҫкәртеү шарт. Көҙ һәм ҡыш емеш-еләк, йәшелсәне күберәк ашарға, йылыраҡ кейенергә, йоҡоно туйҙырырға кәрәк. Сирләгәнһегеҙ икән, уны башҡаларға йоҡтормаҫҡа тырышығыҙ. Ҙур ҡалаларҙа йәшәгәндәргә йәмәғәт транспортында, кешеләр йыйылған урындарҙа медицина битлеге кейеү ҙә ҡамасау итмәҫ. Уны ике сәғәт һайын алмаштырып тороу зарур.