Быйыл Башҡортостанда балалы ғаиләләргә аҡсалата ярҙамдың бөтә төрҙәре, шул иҫәптән бер тапҡыр бирелә торған, сабыйға 1,5 йәш тулғанға тиклем түләнгән айлыҡ пособие индексацияланды.Уларҙың күләме 5,5 процентҡа арттырылды. Сабыйға 1,5 йәш тулғанға тиклем түләнгән айлыҡ пособиеның минималь күләме бер балаға — 3 126,09 һум, икенсеһенә һәм артабанғыларына 6 252,17 һум тәшкил итә. 1 ғинуарҙан тәғәйенләнгән айлыҡ түләүҙең иң ҙур күләме 19 855,82 һум буласаҡ. Бала тыуғас, ата-әсәгә бер тапҡыр 16 672,47 һум түләнә. Йөклөлөктөң тәүге айҙарында уҡ медицина ойошмаларына иҫәпкә торған ҡатындарға пособие 625,22 һумға тиклем артты.