Байрамға рәхим итегеҙ!21.01.2015
Әҙәбиәт йылы Башҡортостан халҡының хәтерендә бик күп ҡыҙыҡлы ижади проекттары менән һаҡланып ҡалыр, тип ышанабыҙ.

Мәҙәниәт министрлығынан хә­бәр итеүҙәренсә, иң яҡшы эм­блема проектына иғлан ителгән бәйгенең еңеүсеһе асыҡланды. Ул — рәссам, “Рампа” журна­лының баш мөхәр­рире Игорь Тонконогий.
30 ғинуарҙа Ҡала мәҙә­ниәт һарайы сәхнәһендә йылды асыу­ға арналған те­атр­лаш­тырылған тамаша көтә. Был көндә “Әҙәби на­ғыш” республика марафоны башлана. Фойела яңы китаптар һатыласаҡ. Күргәҙмә-йәрминкә өс көн дауам итә.



Вернуться назад