Улар Еңеүҙе яҡынайтты21.01.2015
Өфөлә 15 меңгә яҡын ветеранға Бөйөк Еңеүҙе байрам итеү айҡанлы юбилей миҙал­дары тапшырыла.

Быға лайыҡ ветерандар исемлеге Рәсәй Президентының бойороғо менән билдә­ләнде. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән тыш, награданы партизандар һәм подполье ойош­малары ағзалары ла аласаҡ. Бындай кешеләр иҫәбенә “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Японияны еңгән өсөн” ми­ҙалдары, һуғыш йылдарында фиҙакәр хеҙмәте өсөн СССР ордендары менән бүләкләнгән тыл эшсәндәре, конц­лагер­ҙарҙың, геттоның элекке бәлиғ булмаған тотҡондары инә.
Әле Башҡортостанда 82 мең самаһы ветеран һәм уларға тиңләштерелгән кеше йәшәй. Шуларҙың 6 меңгә яҡыны — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 23 меңдән ашыуы — тол ҡатындар, 51 меңе — тыл эшсәне һәм 205-е — концлагерь тотҡоно.






Вернуться назад