Автоһәүәҫкәрҙәр ҡыуанасаҡ21.01.2015
Башҡортостан парламенты етәксеһе Константин Толкачев комитет рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында ҡараласаҡ закон проекттарын барланы.
Президиум ағзалары эште Дәүләт Йыйылышы ултырышының көн тәртибенә Башҡортостан Республикаһы буйынса айырым суд участкаларының мировой судьяларын һайлау тураһындағы мәсьәләләрҙе индереү буйынса тәҡдимдән башланы.
Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты тәҡдиме менән әҙерләнгән “Башҡортостан Республикаһында Транспорт сараларын махсус туҡталҡаға күсереү, уларҙы һаҡлау, күсереү өсөн сығымдарҙы түләү һәм транспорт сараларын хужаларына ҡайтарыу” Законына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекты тикшереләсәк. Ул күпселек автоһәүәҫкәрҙәргә эвакуацияланған транспорт мәсьәләһен хәл итеүҙе еңеләйтергә мөмкинлек бирәсәк.
Урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәттәрен үҫтереү институттары һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев Күгәрсен районындағы элекке Сығарыш утары урынында яңы ауыл төҙөү тураһындағы закон проектын тәҡдим итте.
Парламент ултырышының эшен депутаттар яҡын арала закон статусын аласаҡ хоҡуҡи документтарҙы тикшереүҙән башлаясаҡ. Тәҡдим ителгән 39 закон проекты шулар иҫәбендә. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышы 27 ғинуарҙа үтәсәк.