Министр өҫтәле һатыла07.02.2012
Министр өҫтәле һатылаҠасандыр юғары ҡатлам кешеләренең йорттарын ғына биҙәгән картиналар, министр өҫтәле, һауыт-һаба, музыка ҡоралдары, төрлө илдәрҙең тәңкәләре, бик күптәнге немец полифоны…
Өфөнөң Ленин урамындағы “Антик” салонында бығаса күҙгә салынмаған әйберҙәргә бер мин генә ғәжәп итмәгәнмендер. Бәләкәй генә бүлмәләге иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡомартҡылар бөтә донъя тарихы, мәҙәниәте, сәнәғәте хаҡында һөйләгәндәй тойолдо. Үҙенсәлекле ҡомартҡыларҙы йыйыусы Юлай Рауил улы УРМАНШИНДЫҢ үҙен дә тиҙерәк күреп һөйләшке килде.
– Юлай ағай, коллекция йыйыу менән ҡасан мауыға башланығыҙ?
– Мәктәпкә төшмәҫ элек үк значоктар, маркалар тип иҫ китә ине. Ә медицина университетына уҡырға ингәс, ныҡлап мауыға башланым. Химик, Машина эшләүселәр мәҙәниәт һарайҙарында нумизматик, филателистик коллекция йыйыусыларҙың йәмғиәтенә йөрөнөм.
– Тимәк, һөнәрегеҙ буйынса табип булаһығыҙмы?
– Эйе, уҡып бөткәс, Республика клиник дауаханаһында врач-нейрохирург булып эшләнем. 1991 йылдарҙа республикала беренсе булып мануаль терапия менән дауалауҙы үҙләштерҙем. Отпуск ваҡыттарында вахта менән Польшаға ошо йүнәлеш буйынса эшкә йөрөнөм. Буш ваҡытта антиквариат магазиндарына инәм, төрлө китаптар, дефицит әйберҙәр, бронза, фарфор, суйындан яһалған һындар алып ҡайтам, үҙем мосолман булһам да, иконалар ҙа йыя инем.
– Аңлауымса, яратҡан шөғөлөгөҙ хаҡына төп эшегеҙҙе лә ҡалдырғанһығыҙ…
– 1994 – 1995 йылдарҙа матди яҡтан ҡыйынлыҡтар килеп тыуҙы. Өйҙә дүрт бала, ҡатын бәләкәсе менән декрет ялында ултыра. Яңы йыл байрамын ҡаршыларға йыйынабыҙ, ә ҡулда бер тин аҡса юҡ. Хәҙер башта бер генә уй: нисек аҡса эшләргә, нисек ғаиләне ҡарарға? Балаларҙы уҡытырға, ашатырға кәрәк. Эшҡыуарлыҡҡа тотонһам, нисек булыр икән, тим. Ул ваҡытта, үҙегеҙ беләһегеҙ, барыһы сит илдән сепрәк-сапраҡ ташый. Мин дә Мәскәүҙән, Төркиәнән тауар алып ҡайта башланым. Файҙаһы шунда уҡ һиҙелде, күҙ асылып ҡалды. Барған һәр ерҙән боронғо әйберҙәрҙе йыя торғас, өй тулды. Шул саҡ уларҙың кәрәклеһен генә ҡалдырырға ла, башҡаларын һатырға тигән уй тыуҙы. Бер көндө китаптарҙы йорт янындағы бәләкәй баҙарға сығарып ҡарағайным, тиҙ үк алып бөттөләр. Был махсус магазин асыу өсөн ныҡлы этәргес булды.
– Халыҡ боронғо әйберҙәр менән ҡыҙыҡһынамы?
– Көрсөктән һуң бер аҙ һүлпәнлек тойола, әлбиттә. Шулай ҙа антиквариат магазиндарының һәр ваҡыт үҙ клиенттары бар. Әүәле китап тип зыҡ ҡупһалар, хәҙер уларға мөнәсәбәт бер аҙ үҙгәрҙе. Һуңғы йылдарҙа ун һумлыҡ тәңкәләргә ҡыҙыҡһыныу артты, батша осорондағы тимер аҡсалар, фарфор, сөгөндән эшләнгән һындар, иконаларҙы күберәк алалар. Күптән түгел бер сәнғәт әһеле элекке патефонды тауышы таҙа, сифаты яҡшы тип һатып алды. Интернет заманы бит, алыш-биреш эштәре хәҙер күпкә еңелләште. Бөгөн иртән генә Мәскәүгә бер нисә заказ ебәрҙем.
“Башҡортостан” ҡунаҡханаһы йәнәшәлә генә урынлашҡас, ситтән килгән ҡунаҡтар, билдәле кешеләр йыш ишек шаҡый. Спиваков бер нисә мәртәбә булды, Министр өҫтәле һатылаМакаревич, Розенбаум, Шахрин, Третьяк та ингәне бар.
– Берәй әйбер алдылармы һуң?
– Әлбиттә, Шахрин килеп ингәс тә боронғо ағас сумаҙанға иғтибар итте, мин әллә ҡасандан бирле эҙләгән нәмә бында бар икән дәһә, тип ҡыуанды. Розенбаум һуғышҡа тиклем эшләнгән “Ленинград” тип яҙылған пудра һауытын оҡшатты. Күптән түгел француз сәйәхәтсеһе башҡорт алҡаһын маҡтай-маҡтай алды, ҡатын-ҡыҙҙарҙың түшелдерегенә ҡыҙыҡһынып, вәт, шәп, тип торҙо.
– Улар Башҡортостан халҡынан айырыламы?
– Хаҡын төшөрөгөҙ, тип һатыулашырға әүәҫтәр, әммә мин дә бирешеп бармайым. Теге йәки был ҡомартҡының хаҡы күпме икәнен бик яҡшы беләм.
– Ҡомартҡылар һеҙгә нисек килеп эләгә? Һәр береһенең үҙ тарихы барҙыр әле.
– Төрлөсә инде. Бер әбей донъя ҡуйғас, балалары уның барлыҡ әйберҙәрен сығарып ташларға уйлай. Быймаһы нишләптер ауыр тойолған һымаҡ була. Баҡһаң, уның эсенә ҡиммәтле аҫылташтар менән нағышланған ювелир биҙәүестәрен тултырған икән. Шуны әбей берәүгә лә әйтмәй һаҡлаған. Бик бай нәҫелдән булғандыр, күрәһең.
Министр өҫтәле һатылаБер танышым, гаражда элекке өҫтәл менән лампа тора, ташлайым, килеп ал, тигәс, барһам, ҡасандыр министр булып эшләгән атаһының боронғо өҫтәле ултыра. Әлбиттә, һатып алдым.
– Бөтә иҫке әйберҙәрҙе антиквариат тип әйтеп буламы?
– Юҡ. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр антиквариат тигән төшөнсәне аңлап бөтмәй. Мәҫәлән, таможня хеҙмәткәрҙәре илле йылдан ашыу ятҡан тауарҙы антиквариат ти ҙә ҡуя. Был төптө дөрөҫ түгел. Ул ниндәйҙер оҫта тарафынан бик аҙ күләмдә эшләнергә тейеш, ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле булыуы мөһим. Ҡайһы бер ҡомартҡылар йөҙ, ике йөҙ йылдан ашыу һаҡланһа ла, ҡәҙимге көнкүреш әйбере булыуы ихтимал. Мәҫәлән, Боронғо Рим тәңкәләренә ике мең йыл самаһы, әммә улар үҙ ваҡытында күп эшләнгән, тимәк, баһаһы ла шул самараҡ.
– Бөгөн Рәсәй наградалары сит илдәрҙә лә юғары баһалана, тиҙәр. Нишләптер һеҙҙең магазинда улар күренмәй?
– Был, ысынлап та, шулай. Әммә мин ундай нәмәләр менән булашмайым. Юбилей миҙалдары, ордендар менән сауҙа итеү закон тарафынан тыйылған. Уларҙы тотоп йөрөүселәрҙе шунда уҡ кире бороп сығарам. Мин яратҡан шөғөлөмдән йән тыныслығы алырға теләйем, табыш тип енәйәт юлына баҫҡым килмәй.
– Салондағы ҡомартҡыларҙың күплегенә хайран ҡалырлыҡ. Һеҙҙеңсә, бында иң ҡыйбатлыһы нимә?
– Ҡайһы бер әйбер әллә ни ҡиммәтле булмаһа ла, әһәмиәте йәһәтенән ҡәҙерле. Ҡайһы берәүҙәр йыш ҡына шуны аңлап бөтмәй. Үкенескә ҡаршы, Өфөлә антиквариат үҫешмәгән. Мәҫәлән, беҙҙә минекенән башҡа йәнә бер бәләкәй генә магазин бар. Ә Силәбе, Екатеринбург, Һамар кеүек ҡалаларҙа улар тиҫтәләп.
– Табыш тигәндән, тәжрибәле антикварҙар боронғо әйберҙәрҙән арыу ғына аҡса эшләй тигәнде ишеткән бар.
– Эйе, аҡыл менән тотонһаң, эшләргә мөмкин. Ә бына мин үҙемде улай тип әйтә алмайым. Был бина үҙемдеке, әгәр ҡуртым өсөн хаҡ түләһәм, ауыр булыр ине. Коллекция йыйыу ул минең өсөн тәү сиратта – хобби, илһам сығанағы. Мин унан ләззәт алам.
Башҡаларҙың да ниндәйҙер мауығыуы булыуын теләйем. Яратҡан шөғөлө булған кеше — ысын мәғәнәһендә бәхетле кеше.
Венер ИСХАҠОВ


Вернуться назад