Инша ла яҙасаҡтар21.01.2015
Халҡыбыҙҙың терәге аҫыл ир-егеттәр булһа, милләттең йөҙөк ҡашы – ҡыҙҙар-йондоҙҙар. Улар араһында даими үткәрелгән “Һылыуҡай-2015” бәйгеһенә әҙерлек башланды.

Конкурста баш­ҡорт телен яҡшы белгән 16 – 22 йәштәге гүзәл зат ҡатнаша ала. “Ҡыҙ­ҙар үҙҙәре менән таныштырыу, халыҡ бейеүен башҡарыу, дефиле кеүек һынауҙар менән бер рәттән Әҙәбиәт йылы сиктәрендә инша яҙыуҙа, шулай уҡ ҡул эшенә оҫта­лыҡта ярышасаҡ”, – тип хәбәр итте “Һылыуҡай-2015” бәй­ге­һенең продюсеры Азалия Дил­мө­хә­мәтова.
Һайлап алыу туры фев­ралдә – Башҡортостан төбәк­тәрендә, март башында Өфө ҡала­һында уҙғарыла. Рес­публиканың иң һылыу, рухлы, нәзә­кәтле ҡыҙы 10 ап­релдә “Баш­ҡортостан” дәүләт концерт за­лындағы тантанала асыҡ­ланасаҡ.




Вернуться назад