Көсөңдө һынап ҡара21.01.2015
22-24 ғинуарҙа Бөрөлә “Керә­шен һыуыҡтары-2015” ХХI асыҡ республика эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы уҙғарыла.

Йола буйынса унда 16–35 йәшлек башҡарыусылар – вокалистар, бейеү­селәр һәм эстрада төркөмдәре ҡат­наша. Баһалама комиссияһы ағ­за­лары иҫәбенә республикабыҙҙың танылған сәнғәт эшмәкәрҙәре — йырсы һәм педагог Иҙрис Ғәзиев, уҡытыусы Светлана Слягузова, Баш­ҡорт дәүләт фи­лар­мо­ния­һы солисы Руслан Сәй­фет­ди­нов, балетмейстерҙар, бейеү коллективтары етәк­селәре Роберт Ишмәков, Эльмира Зиннәтуллина, Александр Родионов, композитор Урал Иҙелбаев, вокалист һәм гитарист Максим Шкель инә.



Вернуться назад