Төбәк етәкселеге тарихҡа һаҡсыл ҡараш булдырған, олуғ шәхестәрен ихтирам итә. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Елена Арефьева белдереүенсә, һәр кем үҙенең тыуған яғының тарихын белергә тейеш. Район үҙәге Бишбүләктә – тарих-этнография, Дүсән ауылында – илсе Кәрим Хәким, Айытта фронтовик-шағир Фәтих Кәрим музейы эшләй.
Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булған Милли музей филиалы – Бишбүләк тарих-этнография музейы директоры Роза Иванова түбәндәгеләрҙе һөйләне:– “Хәҙер халыҡ музейға йөрөймө?” тигән һорауҙы йыш ишетергә мөмкин. Музей төнөндә генә беҙгә 300-ҙән ашыу кешенең килеүе күпте һөйләй. Ә йылына уртаса өс мең тирәһе ҡунаҡ ҡаршы алып оҙатабыҙ.
Әҙәм балаһы үҙенә күрә эҙәрмән, күңеленә нимә тынғылыҡ бирмәй, шул турала белергә ынтыла, төрлө сығанаҡтан мәғлүмәт туплай. Мәктәп уҡыусыларын күреү – беҙҙең өсөн оло шатлыҡ. Үҫмер компьютер менән дә дуҫ булһын, Интернет киңлектәрен дә рәхәтләнеп гиҙһен, шул уҡ ваҡытта рухи аҙыҡ тураһында ла онотмаһын ине.
Фондта биш меңгә яҡын экспонат иҫәпләнә, уларҙың һәр береһен күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Былтыр тағы 200 данаға байыныҡ. Һуңғы ваҡыттағы табыш – XIX быуатта эшләнгән күҙ яуын алырлыҡ ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре. Районыбыҙҙа ҡыҙыҡһыныусанлығы менән билдәле бер ағай бар, ул бүләк итте. Иң боронғо ҡомартҡыларҙың береһе – 1890 йылғы сәғәт. Ул текелдәп эшләмәһә лә, иң түрҙә урын алған. Сыуаш халҡының туй күлдәге һаҡлана.
Әйткәндәй, йыл да “Музейға экспонат бүләк ит, үҙең тураһында хәтер һаҡла!” тип аталған акция ойошторабыҙ. Халыҡтың уға ихлас ҡушылыуы киләсәккә ышанысты арттыра, дәртләндерә.
Кешеләрҙе музейға ылыҡтырыу буйынса төрлө саралар даими үткәрелә. Тематик экскурсиялар уҙа, олоһо ла, кесеһе лә күргәҙмәләргә ихлас йөрөй. Шулай уҡ юбилей кисәләрен дә онотмайбыҙ, бүтән төрлө тантаналар ҙа йыш ойошторола.
Төбәктә ғүмер кисергән һәр милләттең бай тарихы, ҡыҙыҡлы ғөрөф-ғәҙәте, үҙенсәлекле көнитмеше менән беҙҙә танышырға мөмкин. Башҡорт, сыуаш, татар, урыҫ һәм башҡа халыҡтарға арналған мөйөштәр – шуға асыҡ миҫал.
Ошо көндәрҙә ҙур ҡыуаныс кисерҙек – район хакимиәте булдырған грантты алдыҡ.
И. МӨХӘМӘТОВ яҙып алды.