Һеҙ тин аҡсаның арт яғындағы һүрәткә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Унда йыланды үлтереүсе Георгий Победоносец төшөрөлгән. Рәсәйҙә уға арналған иконалар ҙа күп. Уйлап ҡарағанда, бик ғәжәп хәл, нисек инде изге әҙәм, рухани, ҡулына ҡорал тотоп, йән ҡыйып йөрөһөн инде? Был бит бандиттар йәки һалдаттар эше. Изгеләрҙең ҡоралы — һүҙ, ана шул вәғәздәре, өгөт-нәсихәттәре менән улар ябай халыҡты дингә ылыҡтырған, доғалары менән Аллаға мөрәжәғәт иткән.Изге Георгийҙың сығышы, нәҫел тамыры тураһында уйлағанда, иң тәүҙә ҡыпсаҡтарҙың боронғо риүәйәттәренә иғтибар итәйек әле. Бөйөк Далала Гюрджи ҡыпсаҡтарҙы яҡлаусы һаналған, уға табынғандар, доғаларын юллағандар. Ул күк аллаһы Тәңре менән халыҡ араһында аралашсы булған.
Беҙҙә әле лә шишәмбе ҡоро көн һанала. Ни өсөн? Иҫбатлау мөмкин түгел, ләкин Гюрджи (беҙҙең фекер буйынса, Георгийҙың прототибы) нәҡ ошо көндә вафат булған, имеш. Шунлыҡтан был көндә юлға сығыу, ҙур эш башлау, хатта йылмайыу тыйыла. Ул ниндәй йылмайыу ти, матәм көнө бит.
Ярай, хәҙер инде тағы ла бер боронғо легендаға күңел һалайыҡ. Имеш, шәреҡ ҡалаларының береһенә иләмһеҙ оло йылан эйәләшкән. Ул һаҙлыҡ яғынан килеп сыға ла йәш кешеләрҙе алып китә икән. Бына бер заман егеттәр, ҡыҙҙар бөткән, хаким инде үҙ ҡыҙы Елисаватты бирергә мәжбүр була. Ҡыҙ, күҙ йәштәренә төйөлөп, үҙенең һәләкәтен көтөп, юл буйында ултыра икән. Шул ваҡытта Гюрджи үтеп бара, ти. Ул ҡыҙҙы ныҡ йәлләп, ҡотҡарырға була. Йыртҡыс яҡынлаша башлағас, Гюрджи һуғышырға тотонмай (бына ул, исмаһам, рухани), ул һөңгө менән ҡылысын ергә һала һәм ҡоралһыҙ килеш йылан-аждаһаға ҡаршы атлай. Шунан, алдына тубыҡланып, ниндәйҙер доға уҡый башлай. Йыртҡыс тынып ҡала. Минут артынан минут үтә, бер аҙҙан доғалар тәьҫиренән тынысланып, йыуашланып ҡалған аждаһа Гюрджи алдында баш эйә, уға буйһоноуын белдерә. Ә үлемдән ҡотолған ҡыҙ билбауын сисеп ала ла аждаһаның муйынына бәйләп, йыуашланып ҡалған дошманын ҡалаға алып ҡайта. Кешеләр, был мөғжизәне күреп, Гюрджи вәғәздәрен тыңлап, уның ысынлап Тәңре илсеһе булыуына ныҡлап ышана.
Шулай итеп, Гюрджи һүҙҙең ҡылыстан көслө икәнлеген иҫбатлай, сөнки был һүҙ “Алла” була. Был ваҡытта Европа кешеләре әле ҡырағайлыҡта йәшәй һәм “Алла” һүҙе уларға таныш булмай.
Ҡытай — бөтә донъя мәҙәниәтенә тос өлөш индергән ил. Шулай булғас, ҡытай халҡы мифологияһына ла ҡолаҡ һалайыҡ. Бында аждаһа император улы Юйға буйһона. Егет ошо ғәйәт ауыр, оҙон ҡойроҡло йән эйәһен үҙенсә файҙалана – уны етәкләп йөрөй. Аҙаҡтан аждаһа ҡойроғон һөйрәп үткән эҙҙән кешеләр һуғарыу каналдары төҙөй. Тимәк, Юй аждаһанан “геодезист” яһаған. Ысынлап та, ҙур һәм көслө хайуанды ни өсөн үлтерергә, хужалыҡта файҙаланыу дөрөҫөрәк түгелме ни?! Һиндостан халыҡтары филдәрҙе үлтереп бөтһә, ни булыр ине?
Легенданың икеһендә лә аждаһа образы һыуға бәйле: беренсеһендә ул томанлы һәм ысыҡлы һаҙлыҡтан сыға торған булған, икенсеһендә үҙе һыу табыша. Хәҙерге тел менән әйткәндә, грунт һыуҙарының ниндәй тәрәнлектә ятҡанлығын һиҙә. Эш ике легенда менән генә лә бөтмәй, күпселек мәҙәниәттәрҙә аждаһа образы һыу культына бәйле. Бәлки, был ғалимдар иғтибарына лайыҡ темалыр, ләкин беҙҙең һүҙебеҙ икенсе ине. Урыҫтарҙың Георгийы үлтерергә яратҡан аждаһаға Көнсығыш халыҡтары ни өсөн бер ҙә теймәй әле? Бер бик ҡыҙыҡлы аңлатма бар. Атилла етәкселегендә һундар Европаға килеп еткәс, Рим һәм Византия быларға ҡаршы ҡуйыу һәм үҙҙәрен ҡурсалау өсөн буфер зонаһы булдырыу маҡсатында көс һайлай башлай. Ахырҙа әле баш ҡалҡытып ҡына килгән урыҫ халҡына туҡталалар. Шунан инде урыҫтарҙы отҡотоу, төрлөсә ярҙам итеү, көсәйтеү башлана (Мәскәүҙе шуға ла өсөнсө Рим тигәндәр). Ярҙам бушлай булмай, урыҫтар Византия диненә ауыша, унан дәүләт символы – ике башлы ҡош һәм шәреҡҡә бәйле һәр нәмәне күрә алмаусы менталитетын ала.
Аждаһа-драконға килгәндә инде, дракон грек телендә дьявол (иблис) синонимы сифатында йөрөгән. Римдар уны “скиф йыланы” тип тә атаған. Был дәлилдәр үҙҙәре генә лә “дракон” һүҙенең Рәсәйгә Европанан инеүен раҫлай. Рим кешеләренең сарматтар әләмен дракон флагы тип атауы ла мәғлүм. Сарматтарҙың флагы шундай була: ҡороҡ осона бүренең баш һөйәге ҡуйыла, уның эсенә ҡалай мембрана урынлаштырыла, атта сабып барғанда ул бүре тауышына оҡшатып оҙон ауаз сығара. Бүре башына тағылған оҙон ҡойроҡ елдә елберләп барған. Шулай итеп, сарматтар флагы римдар ҡурҡҡан драконға оҡшаған булып сыға. Шулай булғас, уны дракон (иблис) флагы тип атауҙары аңлашыла. Иғтибар итегеҙ: бында сарматтарҙың изге хайуаны бүре Европа өсөн үлем сәсеүсе ҡурҡыныс һәм ҡарғалған дракон булып киткән. Һәм аҙаҡ грек һүҙе “дракон” урыҫ теленә күскән.
Георгий исеменә килгәндә, урыҫтарҙа ундай исем юҡ, Григорий бар. Георгий – грек исеме. Дөрөҫө, боронғо иконаларҙа Георгий тип яҙылмаған да, унда беҙ Георгиос исемен күрәбеҙ. Был инде ошо исемдең ҡайҙан килгәнен асыҡтан-асыҡ күрһәтеп тора. Һуңынан ғына исем урыҫлашып китеп, Георгийға әйләнгән. Үә ләкин шуға оҡшаш Георгий, Гюрджа, Джорджи исемдәре төрлө халыҡтарҙа, айырыуса Кавказ ҡәүемдәрендә, күп төрлө вариантта осрай, шунлыҡтан аждаһаға ҡаршы көрәшкән Георгий риүәйәте Европаға Кавказдан күскән булыуы ихтимал. Европа инде боронғо легенданы, Көнсығыш “ҡырағайҙарына” ҡаршы көрәш символына әйләндереп, урыҫтарға “бүләк” иткән.
Был метаморфозалар Тәүратта сағылыш тапҡан. Унда башта йылан була, ә һуңынан ул драконға әйләнә. Дала халыҡтары үҙ символы менән Европаға баҫып ингәс, үҙгәрмәнеме икән? Тарихи сығанаҡтар ошо хаҡта һөйләй. Урыҫтар христиан диненә күскәс (Византия тырышлығы), Георгийҙы үҙҙәренең изге руханийы, батырлыҡҡа өндәүсе, дөрөҫөрәге, дошмандарҙы үлтерергә өндәүсе символ итеп ала. Ә дошмандың кем булыуы билдәле инде, ана, ул Көнсығыштан дракон флагтары күтәреп килә.
Шулай итеп, XII – XIV быуаттарҙа (ә был дәүер ҡыпсаҡтарға ҡаршы көрәш менән билдәле) Георгийҙы әләмдәрҙә лә һөңгө тотоп йылан үлтереүсе итеп һүрәтләй башлайҙар. Ә бит быға ҡәҙәр бөтөнләй икенсе төрлө булған, иконаларҙа Георгий ҡорал күтәргән килеш тасуирланмаған. Мәҫәлән, XII быуатҡа ҡараған Иҫке Ладога иконаһында Георгийҙы бер ниндәй ҡоралһыҙ күрәбеҙ, ә ҡыҙ күндәм һәм йыуаш аждаһаны эйәртеп китеп бара. Ҡыпсаҡ легендаһындағы һымаҡ. Рәссамдарҙың, бигерәк тә икона яҙыусыларҙың һәр деталгә мәғәнә һалыуҙарын да иҫәпкә алғанда, шуны күрәбеҙ: аждаһа менән Георгий икеһе бер яҡҡа ҡарап тыныс ҡына китеп бара, әгәр дошман булһалар, улар һағайып бер-береһенән күҙ яҙҙырмаҫ ине. Бау иркен рәүештә һалынып тора, тартылмаған, тимәк, ҡыҙ уны ирекһеҙләп һөйрәмәй, ә мифик хайуан үҙе теләп атлай. Аждаһа тигәне лә әллә һыйырға, әллә бегемотҡа оҡшаған, һимеҙ, иренсәк һәм йыуаш. Бер ниндәй оҙон тештәр, яуыз күҙҙәр, үткер тырнаҡтар күренмәй. Ғөмүмән, бик матур икона, ул нығыраҡ картинаға оҡшаған. Күрәһең, урыҫ ерҙәрен “азиаттар” баҫып алғандан һуң, урыҫтар уларҙың бик күп мәҙәни ҡиммәттәрен һеңдергән, ә һуңынан Византия ҡотҡоһо аҫтында бар нәмәнең аҫты-өҫкә килтерелгән, килешеү нигеҙендә йәшәгән Алтын Урҙа менән мөнәсәбәттәр дошманлыҡҡа әйләнә, символдар яҡшынан яманға үҙгәрә.
Рим менән Византияның аждаһанан ҡурҡыуы аңлашыла. Улар өсөн дракон – иблис рәүеше, тамуҡ йыланы. Сарматтар иҫ киткес тиҙлек менән Европаға баҫып ингәс, әлбиттә, дошмандарын аямаған, уларҙың драконға оҡшаған флагы ла ҡурҡыу һалған. Ҡурҡыу инде нәфрәткә ялғана, нәфрәт – мең төрлө ялған, яманлау сығанағы. Шулай итеп, Европа мифтарындағы дракон образы азиаттарҙың изге хайуаны аждаһа менән бер үк нәмә итеп күҙаллана башлай. Быны ошолай күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар була.
Ә бит, ҡабатлап әйтәм, урыҫтарҙың боронғо иконаларында дракон түгел – йылан. Ни өсөн йылан? Сөнки Византия урыҫтарҙы ҡоторта башлағансы, урыҫ кенәзлектәрендә үҙ-ара ыҙғыштар булғылаһа ла, Алтын Урҙа менән мөнәсәбәт тыныс булған, тиергә мөмкин. Һәм ҡыпсаҡтарҙың изге хайуаны урыҫтарға ла күскән. Был хатта закон булып тора, ил эсендәге айырым автономия әле лә үҙ атрибуттарында тотош ил гербы, флагы элементтарын йөрөтөргә тейеш. Ҡыҫҡаһы, һуңынан Ҡазан гербында бер, Харьков гербында ике йылан булыуы билдәле.
Урыҫтар ҡыпсаҡ иленә (Бөйөк Дала, Дәшт-и-Ҡыпсаҡ) ҡаршы һуғыш башлағас, йыланды улар мотлаҡ үлтерергә тейешле әшәке бер йыртҡыс итеп күҙаллай башлаған, һәр хәлдә, Мәскәү Георгийҙы 1389 йылдан һуң гел шулай һөңгө ҡаҙап, йылан-аждаһаны үлтереүсе итеп һүрәтләй.
Шулай итеп, изге руханиҙың ни өсөн аҡыл һәм өгөт, яҡшы һүҙ менән түгел, ә ҡорал менән эш итеүе аңлашылды. Бында тарихтың, әлеге лә баяғы, йәнә сәйәсәткә буйһоноуын күрәбеҙ. Дошман символы яҡшы нәмә була алмай. Тик ысынында иһә Азияның изге хайуаны аждаһа менән Европаның тамуҡ киҫәүе драконы араһында бер ниндәй уртаҡлыҡ юҡ. Был бары тик Рим, Византия, Мәскәү императорҙарының Азия халҡына ҡаршы алып барылған агрессив сәйәсәтен аҡлау өсөн уйлап сығарылған.
АВТОРҘАН. Мәғлүмәттәр урыҫ телендәге сығанаҡтарҙан алынды, шунлыҡтан Елисаваттың Әлисәбәт йәки башҡаса булыуы мөмкин, ә Гюрджи ҡыпсаҡ телендә нисек яңғырағандыр, билдәһеҙ.