Ирәндектең моңло балаһы21.01.2015
Моң-талант — кешегә тәбиғәт тарафынан инселәнгән Хоҙай бүләге. Ошо хазина менән ихлас уртаҡлашҡан йырсы, ҡурайсы, бейеүселәрҙе халыҡ бер ҡасан да онотмай, күңелендә һаҡлай.
Күптән түгел тыуған ауылым Күсейҙә булғанда (Баймаҡ районы) ағинәй, тыл ветераны Фәтхиә Әбдрәхимова: “Ни өсөн Хәмит апаң (диалект—олатайың. – Ред.) тураһында гәзиткә яҙмайһың? Уның бит атаҡлы, мәшһүр ҡурайсы тигән исеме бар. Билдәле ҡурайсыны йәш быуын да белергә тейеш”, – тине. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Үкенескә, шәхестәребеҙҙе иҫән саҡта күтәрә, баһалай белмәйбеҙ. Шул сәбәпле күптәре онотолоуға дусар була.
Хәмит Әхмәтов 1904 йылда Күсейҙә старатель ғаиләһендә тыуған. Бала саҡтан көтөү көткән малай эш мәлендә лә ҡурайынан айырылмаған. Күсемташҡа баҫып уйнап ебәрһә, моңо Ирәндек буйындағы барлыҡ йәйләүҙәргә ишетелер булған. Ул үҙенең остазы, шул дәүерҙә оҫта ҡурайсы булараҡ дан алған Бирғәле ҡарттан күп кенә йырҙарҙың тарихын да отоп алып ҡалған.
1923 йылдың йәйендә Мәскәүҙә беренсе тапҡыр СССР ауыл хужалығы һәм сәнәғәт күргәҙмәһе асыла. Илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре үҙҙәренең көнкүреше менән бергә мәҙәниәт, сәнғәт оҫталығын да күрһәтергә тейеш була.
Башҡортостан исеменән был сарала ҡатнашыу хоҡуғы Бөрйән-Таналыҡ халҡы вәкилдәренә бирелә. Делегация етәксеһе итеп Темәстән Әбүбәкер Хөсәйеновты тәғәйенләйҙәр. Төркөмдә Әбүбәкерҙең ҡатыны Хәҙисә, ҡыҙҙары Зөләйхә менән Әминә, кейәүе Ирғәле, бейеүсе Йомабай Барлыбаев, йырсы Әбдрәхим Исҡужин һәм ҡурайсы Хәмит Әхмәтов була. Уның бер туған һеңлеһе – әсәйем хәтерләүенсә, өләсәйем Хәмит апаға төнө буйы эңербаулы күлдәк тегә. Иртәгәһенә Әбүбәкер ағай үҙе килеп алып китә.
Күргәҙмә Мәскәү халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Бигерәк тә Хәмит Әхмәтовтың ябай ғына үлән көпшәһендә оҫта итеп башҡорт көйҙәрен башҡарыуына хайран ҡалалар, иҫ киткес моң уларҙы, ысын мәғәнәһендә, әсир итә. Г. Чичерин ҡурайҙы алып әйләндереп-тулғандыра, эсендә берәй нәмә юҡмы икән тип үтә ҡарай. Буш үлән һабағынан нисек итеп ошондай моң сығарып була икән тип аптырай һәм ахырҙа: “Шундай милли ҡорал юғалып ҡалмаған икән, тимәк, башҡорт халҡы ла юғалмаясаҡ”, – тип әйтә. Тирмәгә Муса Мортазин да килеп китә. Бергәләп фотоға төшәләр.
Башҡортостан делегацияһына, уның оҫталарына һоҡланып, гәзиттәрҙә мәҡәләләр баҫылып сыға. Бер Мәскәү баҫмаһы мөхәррире башҡорттарҙың нисек йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүе тураһында һорашып, яҙып ала.
Ошо сәфәрҙән Хәмит Әхмәтов бөтөнләй үҙгәреп, тамашасы алҡышының тәмен тойоп, сәхнәгә эҫенеп ҡайта. Тиҙҙән уны Башҡорт академия драма театрына ҡурайсы итеп эшкә саҡыралар. Бында ул данлыҡлы Йомабай Иҫәнбаев, Ғиниәт Ушановтар менән бергә эшләй. Коллектив менән республика райондары буйлап сығыш яһау йәш егеттең данын тағы ла арттырып ебәрә. Баймаҡ күсмә колхоз-совхоз театры асылғас, ул тыуған яғына ҡайтып, әлеге театрҙа ҡурайсы-артист булып эш башлай. Бөйөк Ватан һуғышынан йәш талантты Мәҙәниәт министрлығы алып ҡала. Ул ауыр йылдарҙа коллектив менән ауылдан ауылға йөрөп, тыл эшсәндәренең рухын күтәреп, фиҙакәр хеҙмәткә дәртләндерә. Сибайҙа драма театры асылғас, апам шунда хаҡлы ялға сыҡҡансы эшен дауам итә. Артабан да ҡурайын ташламай, балаларға унда уйнау серҙәрен өйрәтмәксе була. Был ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбе етәкселеге менән килешеп тә ҡуя. Тик, үкенескә ҡаршы, 1966 йылдың сентябрендә уның йөрәге тибеүҙән туҡтай.
Хәмит Әхмәтов хаҡында оло быуын кешеләре йылы иҫтәлектәр һаҡлай. Холҡо бик ябай, эскерһеҙ, кешелекле, ярҙамсыл, мәрәкәсел була уның. Ауыр көнкүреш шарттарында күңелдәре ҡатҡан кешеләрҙең әҙерәк кенә булһа ла кәйефен күтәреү өсөн уйлап сығарған ҡыҙыҡ-мәҙәктәрен өлкәндәр әле лә иҫкә ала.