Кеҫәгә һуғасаҡҺәр кем теге йәки был дәүләт хеҙмәте өсөн аҡса түләргә тейеш. “Дәүләт пошлинаһы” тиҙәр уны. Йыл башынан алып уның түләү күләменә ҡағылышлы ярайһы уҡ үҙгәрештәр индерелде. 2015 йылдың 1 ғинуарынан ҡайһы бер хеҙмәткә пошлина күләме 20-30 процентҡа артты. Ошо хаҡта ентеклерәк мәғлүмәт бирәбеҙ.
Сит ил паспортын алыу ярайһы уҡ ҡиммәтләнде. Элек уның иҫке өлгөһө өсөн (биш йылға бирелә) мең һум түләһәң, хәҙер икеләтә күберәк сығарырға кәрәк. Ә инде сит ил паспортының яңы өлгөһө (ун йылға бирелә) элек 2500 һум торһа, хәҙер мең һумға ҡиммәтләнде.
Күсемһеҙ милекте теркәү өсөн түләү икеләтә артҡан. Бығаса ул 1000 һум ине.
Арабыҙҙа исемен алыштырырға теләгән кешеләр ҙә осрап тора. Бындай теләк тә кеҫәгә бәрә. Былтыр ғына 1000 һум түләргә кәрәк булһа, хәҙер 1600 һумыңды сығарырға тейешһең.
Ура! Әсәлек
капиталы арттыЙылдың тәүге көндәре шатлыҡлы хәбәр ҙә алып килде. 1 ғинуарҙан әсәлек капиталы күләме яҡынса биш процентҡа артты. Хәҙер ул 453 мең һум тәшкил итә. Законға ярашлы, бындай дәүләт ярҙамы икенсегә бала тапҡан йә иһә уллыҡҡа алған әсәләргә күрһәтелә.
Әсәлек капиталының күләме һигеҙ йыл эсендә яҡынса ике тапҡырға күтәрелде. Был иһә күптәргә торлаҡ хәлен яҡшыртыуға ярҙам итте. Әйткәндәй, ошо мөһим дәүләт программаһы 2016 йылдың аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Тәмәке
янсыҡҡа ла зарарлыКөйрәтергә яратыусылар ҙа 2015 йылда “бүләк”һеҙ ҡалманы. Элек тәмәкенең бер ҡабы яҡынса 64 һум торһа, хәҙер уның хаҡы ун һумға артты. Был әле сик түгел. Киләсәктә тәмәкегә хаҡ йәнә ҡиммәтләнер, тигән хәбәрҙәр йөрөй. Ошо үҙгәреште иһә ил етәкселегенең халыҡты сәләмәтләндереү йәһәтенән яһалған бер аҙымы тип ҡабул итергә кәрәк.
Әгәр тәмәкегә хаҡ 15-20 процентҡа артһа, араҡының, киреһенсә, осһоҙланыуы көтөлә. Быға тиклем “йәшел йылан”дың ярты литры 220 һум тип билдәләнһә, 1 февралдән алып ул 185 һум торасаҡ. Бындай сәйер күренештең сәбәбе лә бар. “Шайтан эсемлеге”нең кинәт ҡиммәтләнеүе сифатһыҙ араҡының артыуына килтергән. Күптәр осһоҙона алданып ағыулана. Бының арҡаһында дәүләт тә, ябай халыҡ та зарар күрә.
411 һум кеҫәне тишмәйЙыл башынан илдә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 411 һумға артты. Хәҙер ул 5965 һум тәшкил итә. Тимәк, бюджет хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ошонан дә әҙерәк түләмәҫкә ышаныс бирә. Был ҡағиҙә эшҡыуарҙарға ла ҡағыла.
2014 йылдың аҙағында Башҡортостанда йәшәү минимумы 7243 һум тәшкил итә ине. Күренеүенсә, йәшәү минимумы менән хеҙмәт өсөн түләүҙең минималь күләме араһында айырма ҙур. Төптән уйлап ҡараһаң, эш хаҡың йәшәү өсөн етмәй килеп сыға. Был мәсьәлә — ил етәкселеге иғтибарында. Рәсәй Хөкүмәте планына ярашлы, 2018 йылда ошо ике дәүмәл тигеҙләнергә тейеш.
Бер бәләнән ҡотолдоҡОйошмала йә предприятиела эшләгән хеҙмәткәр өсөн командировкаға йөрөү байтаҡ ҡағыҙ мәшәҡәте тыуҙыра. Тейешле урынға барып еткәс, килгән һәм ҡайтҡан ваҡытын күрһәтеп, мисәт һуҡтырырға кәрәк. Аҙаҡ эш урынындағы бухгалтерияға командировка танытмаһын тултырып тапшырырға тейешһең. Яңы йылдан алып был мәшәҡәттәр тарихта ғына тороп ҡалмаҡсы. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, элекке талаптар ғәмәлдән сыға.
Хәҙер иһә командировкала булыуығыҙҙы иҫбатлар өсөн ваҡыты күрһәтелгән транспорт билетын тапшырыу ҙа етә. Был яңылыҡ тәү сиратта ҡағыҙ эшен кәметеүгә, бухгалтерҙарҙың мәшәҡәтен аҙайтыуға булышлыҡ итәсәк.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ әҙерләне.