Шуныһы ҡыуаныслы: ниндәй генә төбәктә булырға тура килмәһен, һәр ауылда гәзитебеҙгә тоғро милләттәштәребеҙгә юлығабыҙ. Шундайҙарҙың береһе – Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Рәфҡәт Дауытов. — “Башҡортостан”ды 1956 йылдан бирле алдырып уҡыйым. Бер йыл, почта насар эшләү сәбәпле, гәзит-журналға яҙылмағайным, нимәлер етмәгән кеүек, күңелгә ҡыйын булды. Күрәһең, кешегә рухи аҙыҡ кәрәк. Шуға күрә һәр кем мотлаҡ бер нисә дана милли баҫмаға яҙылырға тейештер, тим.
Һуңғы йылдарҙа гәзиттең йөкмәткеһе байыны, фәһемле мәҡәләләр күпләп баҫыла, иң мөһиме – ауыл ерендә йәшәүселәрҙең проблемалары ҡыйыу яҡтыртыла. Тәнҡит яҙмаларының да урын алыуы һөйөндөрә, бигерәк тә “Борсоулы хат эҙенән”, “Халыҡ тауышы”, “Тиҙ ярҙам” рубрикалары отошло. Шулай уҡ ололарға тәғәйенләнгән “Ветеран” ҡушымтаһын яратып уҡыйым, – ти Рәфҡәт Ғәлимйән улы.
Ысын дуҫ ауыр саҡта һынала, ти халыҡ. Матбуғат өсөн иң яуаплы осорҙа ла, Рәфҡәт Дауытов кеүек ышаныслы кешеләр күбәйһә, гәзиткә яҙылыусылар кәмемәҫ.