Заман афәтенә ҡаршы20.01.2015
24 — 25 ғинуарҙа Туймазы ҡалаһында һигеҙенсе тапҡыр Төбәк-ара көрәш сәнғәте йыйыны уҙғарыла.

Уның программаһына ярашлы, кикбоксинг буйынса дөйөм Рәсәй чемпиона­тының һәм клубтар араһындағы берен­селектең финал ярыштары, каратэ буйынса төбәк-ара турнир, Рәсәй үҙоборона комбаты федерацияһының Урал һәм Волга буйы асыҡ чемпионаты һәм беренселеге үтәсәк.
Сараны Башҡортостандың Көрәш сәнғәте союзы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең республика идаралығы, “Наркотикһыҙ Башҡортостан” фонды һәм Туймазы ҡалаһы хакимиәте ойоштора. Нар­котиктарға кәртә ҡуйыуға йүнәлтелгән “Ҡаршы тороу” проектына ярашлы уҙғарылған йыйында Рәсәйҙең утыҙ төбәгенән 800-ҙән ашыу спортсы ҡатнашыуы күҙаллана.
— Сара, һис шикһеҙ, балалар һәм йәштәр араһында көрәш сәнғәтен артабан үҫтереүгә һәм танытыуға булышлыҡ итәсәк. Йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа күпләп йәлеп итербеҙ тигән ниәттәбеҙ. Ул көрәш сәнғәтен үҫтереү өсөн дә файҙалы буласаҡ, — тине Рәсәй көрәш сәнғәте союзының республика филиалы президенты урынбаҫары Александр Соснин.




Вернуться назад