Яңы ҡағиҙә ғәмәлгә инде20.01.2015
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарарына ярашлы, баланы баҡсаға йәки мәктәпкә бирер алдынан медицина тикшереүе үтеү өсөн ата-әсәгә алдан уҡ поликлиникаға ғариза яҙырға, уға паспорттың күсермәһен теркәргә кәрәк.
Ғаризаны алғандан һуң 5 көн эсендә учреждение ата-әсәгә белгестәрҙең баланы ҡарауы планын тапшырырға, табиптарҙың ҡабул итеү ваҡытын хәбәр итергә тейеш. Поликлиникала кәрәкле белгес юҡ икән, бала икенсе медицина учреждениеһына ебәрелә. Ҡарар проектында шулай уҡ балалар табибын махсус әҙерлек үткән ошондай уҡ йүнәлештәге бүтән белгестәргә алмаштырыу ҙа ҡарала.
Документта билдәләнеүенсә, учреждениела табиптарҙың барыһы ла булған осраҡта, медицина тикшереүе 20 көн эсендә тормошҡа ашырылырға тейеш. Консультацияны ситтә алғанда уның бер айға һуҙылыуы бар.
Йыллыҡ медицина тикшереүенә килгәндә, ҡарар проектында мәғариф учреждениелары етәкселегенә яңы талап ҡуйыла — етәкселәр тикшереү үткәрелгәнгә тиклем 5 көн алдан ата-әсәгә был хаҡта яҙма белдереү ебәрергә тейеш.