Дуҫлыҡ күперен нығытып20.01.2015
Татарстандың Халыҡтар дуҫлығы йортонда башҡорт халҡының милли батыры, шағир, Емельян Пугачевтың көрәштәше Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арналған кисә ойошторолдо.
Сараға Татарстанда йәшәгән милләттәштәребеҙ, атҡаҙанған сәнғәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәре саҡырылды. Дуҫлыҡ йортона ике туғандаш халыҡтың телен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен берләштереүселәр йыйылды.
Урыҫ, татар, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың татыулығы Ҡазандың һәм тотош Татарстандың асылын сағылдыра. Урындағы башҡорттарҙың милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Ғәли Хәсәнов ошо турала һөйләне. Ул кисәне ойоштороусыларға рәхмәт әйткәс, ҡурайҙа башҡорт көйҙәрен башҡарҙы. Әлфиә Ғилфанованың сығышын да ҡунаҡтар юғары баһаланы. Дуҫлыҡ йорто етәкселеге исеменән Башҡортостан һәм Татарстан буйынса “Хоҡуҡ һәм дәүләт” нәшриәт йорто вәкиле, атҡаҙанған юрист Ғаяз Фәйзуллин сәләмләне.