Иҫкәртеүҙең файҙаһы ҙур20.01.2015
Үткән йыл республика өсөн тыныс булды тип әйтә алмайбыҙ: төньяҡ-көнбайыш райондарҙа сыҡҡан дауыл тиҫтәләрсә йортто ер менән тигеҙләне. Тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә ғаиләләр йорт-ҡураһыҙ ҡалды, ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Дауылдан зыян күргән Краснокама, Яңауыл, Ҡалтасы райондарына Башҡортостан халҡы ғына түгел, күрше төбәктәр ҙә ярҙам итте.

Был хаҡта ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөү эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалған ултырышта вице-премьер Марат Мәһәҙиев һөйләне. Яңауыл ҡалаһында алты кешенең ғүмерен өҙгән шартлауҙы ла иҫкә төшөрҙө ул. Фажиғәгә фатирҙарҙың береһендә барған ремонт эштәре сәбәпсе булғайны. Был күңелһеҙ ваҡиғаға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоу килтерҙе, тип билдәләнде ултырышта. Дөйөм алғанда, республикала былтыр ғәҙәттән тыш ун хәл теркәлгән. Был, 2013 йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға аҙыраҡ, сөнки иҫкәртеү саралары һәйбәтерәк эшләй башлаған.
Янғын һағы хеҙмәткәрҙәренең яуаплы эш һөҙөмтәһендә ут сығыу осраҡтары бермә-бер кәмегән. Былтыр төбәктә 4 мең 288 янғын теркәлгән, был һан, 2013 йыл һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда, 108-гә аҙыраҡ. Янғын мәлендә ҡорбандар һанын кәметеүгә лә өлгәшелгән.
Ултырышта ғәҙәттән тыш хәлдәр техникаһы һәм ҡоролмалары күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Экспозицияла бәлә-ҡаза булыуы ихтималлығын алдан хәбәр итеүсе махсус машина ла ҡуйылғайны. Киләсәктә уларҙың иҫәбен арттырыу күҙаллана.




Вернуться назад