Һеҙҙе парламент рәйесе урынбаҫары тыңлай!20.01.2015
Бөгөнгө тормошобоҙҙо закондарһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай, сөнки хоҡуҡи дәүләттә йәшәйбеҙ. Хәҙерге депутаттар нимә менән мәшғүл, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ниндәй закондар кәрәк? Ҡанундарҙың үтәлешенә контроль нисек тормошҡа ашырыла? Депутатҡа ҡабул итеүгә нисек эләгергә? Социаль, мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм башҡа тармаҡтарға ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә һеҙҙе ҡыҙыҡһындыралыр.
28 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 1-гә тиклем үткәреләсәк “тура бәйләнеш”тә Баш­ҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, шағирә Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы ИЛЬЯСОВА гәзит уҡыу­сыларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирәсәк.
Һорауҙарығыҙҙы алдан гәзиттең электрон почтаһына ([email protected]) ебәрә йәки 272-35-20 телефонына шылтыратып әйтә алаһығыҙ. Ә инде “тура бәйлә­неш” уҙғарылған көндә һәр кем Йомабикә Ильясова менән ошо телефондар аша аралаша ала: 272-75-30, 272-05-43.





Вернуться назад