Ҡәҙерләп иҫләнеләр әҙипте20.01.2015
Башҡортостан Яҙыусылар союзында күренекле башҡорт шағиры, ялҡынлы прозаик, драматург, публицист Ғәзим Ғәзиз улы Шафиҡовтың хәтер кисәһе үтте. Әҙипте иҫкә алырға, шиғырҙарын уҡырға һәм уның тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашырға ҡәләмдәштәре, дуҫ-иштәре, яҡындары һәм ижад һөйөүселәр йыйылды.
— Милли әҙәбиәтебеҙҙең төрлө жанрҙарында – поэзия, проза, драматургия, публицистика, тәржемә өлкәләрендә – уңышлы эшләгән күренекле башҡорт яҙыусыһы Ғәзим Шафиҡовты, һис шикһеҙ, тарихсылар, әҙәбиәт һәм сәнғәт белгестәре, тәнҡитселәр рәтенә индерергә мөмкин. Халыҡ тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәгән, үҙен уратып алған мөхитте биш бармағылай белгән, ысынбарлыҡты нескә тойған әҙип – башҡорт әҙәбиәтенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән шәхес, – тип билдәләп үтте Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ҡәҙим Аралбай Ғәзим Шафиҡовтың тормош юлына ҡыҫҡаса байҡау яһап, яҙған хаттарын уҡып ишеттерҙе. Ижадташ дуҫтары Спартак Ильясов, Рәшит Шәкүр, Ирек Кинйәбулатов, Әхмәр Үтәбай иһә яҡты хәтирәләрен телгә алды. Кисә йыр-моң менән үрелеп барҙы.