Нескә хисле ине драматургияһы...20.01.2015
Флорид Бүләков менән 1980 йылда “Ленинсы-Ленинец” гәзите редакцияһында танышҡайныҡ. Талымһыҙ журналист, тәрән фекерле, аналитик аҡыллы Флорид республика буйлап командировкаларға йөрөнө, резонанс тыуҙырырлыҡ мәҡәләләр яҙҙы.
Уның башҡорт тоҡомло аттар хаҡында яҙған мәҡәләләр серияһы ғына ла ни саҡлым аҡыллы һәм ваҡытлы булды. Ғаиләһе Мишкәлә торорға мәжбүр булғас, Өфөлә торлаҡ алыу мөмкинлеге табылмағас, Ишембайға гәзиттең үҙ хәбәрсеһе булып күсте һәм баш ҡалаға өлгөргән драматург булып кире ҡайтты. Аһ, ниндәй фәһемле, аҡыллы, нескә хисле ине уның драматургияһы! Флорид ҡатын-ҡыҙ образын сәхнәгә күтәрҙе. Уларға ул яратыу, һыҙланыу, һоҡланыу менән ҡараны.
Мин уның пьесаларын башҡортсаға тәржемә иттем. Бәләкәйҙән башҡортса уҡымауы сәбәпле, телде, халыҡ ижадын яҡшы белһә лә, беҙҙеңсә яҙырға ҡыйманы, русса яҙҙы. Пьесалары Рәсәй сәхнәләрендә әле лә гөрләп бара. Телевидение өсөн тәүге башҡортса сериал яҙған кеше бит ул! Уның менән аралашыуы үҙе бер ғүмер ине. Юморға бай Флорид минең мәрәкәләүҙе күтәреп алыр, икәүләшеп үҙ-үҙебеҙҙән көлөшкән булыр инек. Ауыр, ауыр...