Бәхил бул, әҙип!20.01.2015
Һалҡын ғинуар айында йөрәк өшөткөс хәбәр ишетеп тетрәндек: Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Дәүләт, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Башҡорт­ос­тан­дың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Бүләков вафат булған...
Флорид Миңлемулла улы иҫ киткес талантлы драматург ине. Уның әҫәрҙәре республикабыҙ театр­ҙа­рын­да ғына түгел, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең сәхнәләрендә лә ҙур уңыш менән бара. Драматург вафат бул­ған көндө Мәскәүҙә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт драма театры уның “Һөйәһеңме, һөймәй­һең­ме?” тигән әҫәрен ҡуйҙы.
Ғөмүмән, Флорид Бүләков – баш­ҡорт драматургияһын бер баҫҡысҡа күтәргән шәхес. Уның ябайлыҡҡа тәрән фәлсәфә һалынған пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙе ҡарарға килгән халыҡ менән театр залдары һәр саҡ тулы булды.
Вафат булырынан ике көн элек ул социаль селтәрҙә шулай тип теркәп ҡуйған: “Был биҙгәк тамам хәлде алды. Мәйет кеүек ятам. Тереләй ерләнеүҙән ҡурҡҡан Гоголь иҫкә төшә. Хоҙай һаҡлаһын!”
Тупрағың мамыҡ булһын, шиғри күңелле драматург! Халҡыбыҙ йөрә­гендә һәр саҡ тере йәнең һаҡланыр!

“Башҡортостан”дар.
















Вернуться назад