Мәсемтауға менһәң, рух күтәрелә20.01.2015
Үҙ ерем – алтын бишек, тип белмәй әйтмәгән ата-бабаларыбыҙ. Был һүҙҙәргә быуаттар һуҙымында йыйылған халыҡ аҡылы, аҡһаҡалдар тәжрибәһе, быуындар һөйөүе һалынған.
Сәңгелдәктән төшөп, ихаталағы хәтфә үләндә тәүге аҙымдарҙы яһау үҙе ни тора?! Бына әсәй, инә ҡоштай талпынып, һине итәгенән айыра, яғымлы һүҙе менән ҡеүәтләй, алға барырға маҡсат ҡуя... Абынып-һөрлөкһәң дә, эргәлә донъялағы иң ышаныслы кеше барлығын тойоп атлап китәһең... Ошонан башлана ла инде ҙур донъяға оло юлдың башы.
Бәхетлемен, тим, үҙем хаҡында. Бәхетлемен, сөнки аҡ биләүгә биләп, наҙлы бишек йырын көйләп, кәүҙәмде генә түгел, аҡылымды үҫтереүгә бөтә көсөн һалған әсәйем, беҙ тип өҙөлөп торған, нигеҙебеҙҙе тотҡан, һәр саҡ терәк-таяныс булған атайым бар. Бәхетлемен, сөнки тартып торор тыуған тупһам, ереккән ерем, һандуғастар көнләшерлек телем, Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булған районым, Рәсәй йөрәге булған Башҡортостаным бар.
Ерҙә ожмах була торған булһа, ул – Бөрйән районында, тиҙәр. Һәм яңылышмайҙар. Тыуған ауылым Иҫке Собханғолдоң Мәсем тауын ғына алайыҡ. Мәсем ханға барып тоташа уның тарихы. Ун ике ҡанатлы аҡ тирмәләр ҡороп йәйләгән ажар башҡорт бабабыҙ булған тип һөйләйҙәр. Мәсем – райондың иң бейек түбәһе. Унда етеп йөрәгеңә ял, күңелеңә моң, рухыңа таяныс алып ҡайтыуҙары шул хәтлем һәйбәт. Быйыл йәй Мәсемгә үрләргә, быуаттар аша дандары беҙгә килеп еткән ата-бабалар юлынан йөрөргә, хозур тәбиғәтебеҙгә ҡарап күҙ ҡыуанысы кисерергә, рух үҫтерергә насип әйләне.
Өфөнән килгән ҡунаҡтар сәбәпсе булды сәфәребеҙгә. Иртә менән юлға сыҡтыҡ. Шыма түгел Мәсемгә юл – кәкерсәк тә кәртәле. Юл буйына тирә-йүнгә һоҡланып, иртәнге хозурлыҡҡа таң ҡалып килдем – ысынлап та ожмах бит беҙҙең ерҙәр, Бабичса әйтһәң, “Хоҙай үҙе ҡыҙығыр”. Ҡыҙыҡҡанға ла Бөрйән тәбиғәтен нәҡ ошолай әкиәти итеп яралтҡандыр ҙа!
Мәсемдәге һауаны һулап туйырлыҡ түгел, йәнде имләй, тойғоларҙы көсәйтә, тәндәрҙе зымбырҙата. Ағастар ҙа ҡәҙимгесә түгел! Әллә ысынлап ожмахҡа килеп юлыҡтыммы, тип тораһың.
Ҡыҙҙар ташына юлыбыҙ ыңғай ғына бара. Ундағы ҡаялар туп-тура, баштар болотҡа олғашамы ни – шундай бейек, рәхәт! Ҡаяның иң башына менеп теләк теләһәң, ҡабул була, тиҙәр. Ошо сама ер үтеп, теләк теләмәй ҡайта буламмы – Хоҙайым ғына ҡабул итһен: еремә – бәрәкәт, телемә – ҡеүәт, Бөрйәнемә – ырыҫ, Башҡортостаныма матур һәм яҡты киләсәк бир, тип доғалар ҡылам.
Ҡоҙғон ташы ҡаяһы ла сихри матурлығы менән арбай. Кемдеңдер тылсымлы ҡулдары төҙөп ҡуйған бер мөһабәт бина һымаҡ ул. Еребеҙҙең өнһөҙ-тынһыҙ һаҡсылары улар, Хоҙай тарафынан беркетелгән таш ҡаҙыҡтары. Тын һәм ғорур рәүештә башҡорт илен, уның сайралмаҫ рухиәтен, бай тарихын сит-ят күҙҙән һаҡлап торалар...
Мәсемгә бер ынтылып менгәс, унда ҡуна ҡалмау яҙыҡ булыр ине – күмәкләп ошолай хәл итәбеҙ. Еребеҙ – йомшаҡ түшәк, урман – үҙе ете ҡат тун.
Ҡояш менән бергә тороп иртәнге тамаҡты хәстәрләйбеҙ. Үәт, еләк икән Мәсемдә, “һә” тигәнсе йыйырһың бер силәк, тип ошо ерҙә булып киткәндәр әйткәндер – шартыйы ла, турғай еләге лә түшәлеп ята...
Йәй етеү менән миллионлаған турист сит илгә ағыла. “Оҙон” аҡса түгеп, алтынға бәрәбәр ваҡытты үлтереп. Бөрйәнгә бер килгән туристар башҡаса сит ил тип сапмай, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер, тим. Сөнки үҙ илең – алтын бишек. Был – хәҡиҡәт. Мәсемгә күтәрелеп, ошоға йәнә бер төшөндөм. Тағы ла рухым Мәсемдәй бейеккә олғашты. Мин был ерҙе яратырға, һаҡларға, баламдың балаһына әлегеләй бөтөн хозурлығында еткерергә бурыслы. Беләм: бының өсөн тырышып уҡырға, илеңә кәрәкле кеше булырға, илһөйәр, телһөйәр, рухлы, заманса ҡарашлы, ата-бабалар аманатына тоғро башҡорт булырға кәрәк. Мин шуға ынтылам да!
Мәсемтауға менһәң, рух ҡалҡына.
Мәсем – бүләк Бөрйән халҡына.
Ожмах беҙгә бүләк иткән Хоҙай,
Уны һаҡлау – йәшәү шарты ла!