Уйланырға урын бар17.01.2015
Рәсәй Дәүләт Думаһында хеҙмәткәрҙәрҙең мотлаҡ белем алған һөнәре буйынса эшләргә тейешлеге тураһындағы мәсьәлә тикшерелә. Ул ҡабул ителгән осраҡта, Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индерелеп, яңылыҡ 2016 йылдан дәүләт хеҙмәтендәгеләргә, ә 2020 йылдан барлыҡ граждандарға ҡағыласаҡ. Был башланғыс менән сығыш яһаусылар үҙҙәренең тәҡдимен илебеҙҙә “һөнәри стандарттар” индереү кәрәклеге менән аңлата. Икенсе төрлө әйткәндә, эшләүселәрҙең белем һәм оҫталыҡ кимәленә, стажына ҡарата ҡәтғи талаптар ҡуйған ҡағиҙәләр ғәмәлгә инәсәк. “Был мәсьәләгә нисек ҡарайһығыҙ?” тигән һорауға төрлө һөнәр вәкилдәре яуап бирҙе.

Диана ШӘЙХЕТДИНОВА, хеҙмәткәр:

– Мотлаҡ махсус белем талап иткән һөнәрҙәр бихисап. Мәҫәлән, уҡытыусы, юрист йә табип тик алған белеменә таянып эшләй, сәхнә әһелдәре һәм ижад кешеләре өсөн тәүшарт – тәбиғәттән килгән һәләт. Тик беҙҙә күптәр хеҙмәтте үҙҙәренең булмышына ҡарап һайламай шул. Кемдер ата-әсәһе теләгенә ҡаршы килә алмай, икенселәр аҡсалы һөнәр эҙләй. Һөҙөмтәлә хеҙмәтенән йәм һәм тәм табыусыларға ҡарағанда күңеле ятмаған эш менән шөғөлләнеүселәр кү­бе­рәк. Депутаттар тикшергән мәсьәләнең фәтүәһен күрмәйем. Илебеҙҙә кешене сикләү, ниндәйҙер кәртәләргә индереү заманы үтте түгелме ни?! Бәлки, кемдер йылдар аша ғына үҙенең яратҡан эшен табыр һәм бөтөнләй башҡа өлкәлә үҙен асыр? Бындай миҫалдар күп бит.

Зәйтүнә САФУАНОВА, пенсионер:

– Ниндәйҙер стандарттар тураһында һүҙ алып барырҙан алда йәш быуынға һөнәри йүнәлеш биреү тураһында ныҡ­лы уйланырға кәрәк. Телетап­шырыу­ҙарҙың төп геройы — йә сәхнә йон­доҙ­ҙары, йә күрәҙәселәр. Улар ысын хеҙмәт кешеһен, төрлө һөнәр оҫталарын күптән экрандан ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Бындай шарттарҙа үҫкән егет һәм ҡыҙҙар нисек итеп һөнәрҙе дөрөҫ һайлай алһын!?

Марат ӘХМӘҘИЕВ, завод эшсеһе:

– Яҡшы белгестәр әҙерләгән уҡыу йорттары аҙ түгел беҙҙә. Тик уларҙы та­мамлаған дипломлы йәштәр хеҙмәт урынын ауырлыҡ менән таба. Эшкә алғанда стаж һорайҙар, уны ҡайҙан алырға тейеш һуң йәш белгес? Һөҙөмтәлә күптәр башҡа һөнәр менән шөғөлләнергә мәж­бүр. Стандарттар индереү алдынан Со­вет заманында үҙен аҡлаған йүнәлтмә менән эшкә ебәреү системаһын тер­геҙер­гә кәрәк.
Тағы ла бер фекер: предприятие һәм ойошма, үҙенә кәрәкле белгестәрҙе ал­дан билдәләп, конкурс нигеҙендә йәш­тәрҙе ошо һөнәрҙәр буйынса уҡырға ебәрһен ине.

Рөстәм МӘХМҮТОВ, хәрби хеҙмәт ветераны:

– “Һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнергә тейеш” тигән тәрән мәғәнәле фекер күп­тән ысынға тура килмәй. Машина эш­ләүселәр йәки нефть колледжы әҙер­ләп сығарған юрис­тар тураһында нимә әйтә­һең? Йәшерен-батырын түгел, урта махсус йә иһә юғары белем тураһындағы документты һатып алыусылар ҙа бихисап. Ошондай проблемалар булғанда Дәү­ләт Думаһы ҡараған мәсьәлә бигүк аңлашылмай.

Ленар ӘХТӘРИЕВ, эшҡыуар:

– Дәүләт Думаһы депутаттарының нин­дәйҙер эш йә иһә үҙ-үҙен күрһәтеү өсөн генә лә тормошҡа ашмаҫтай төрлө тәҡ­дим­дәр менән сығыш яһауы тура­һында Интернетта күп яҙалар. Быныһы ла шулайыраҡ түгелме икән? Дипломы буйынса эшләмәгәндәр элек тә булды, хәҙер ҙә күп, киләсәктә лә буласаҡ. Сәбәбе билдәле – беренсе урында, әлбит­тә, хеҙмәт хаҡы тора. Шуға күрә нин­дәйҙер стандарттар индереү тура­һындағы фекерҙе төптән уйланыл­маған тип һанайым.







Вернуться назад