Студент, ҡыуан: стипендия арта!17.01.2015
Ниндәй ҙә булһа өлкәлә айырым ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар, бынан тыш, өҫтәмә түләү ҙә ала.

Мәғариф һәм фән министрлығы Хөкүмәткә Рәсәй студенттарының стипендияһын индек­сация­ларға тәҡдим иткән. Ведомство, Хөкүмәт ҡарары буйынса билдәләнеүсе стипендия фондын булдырыу тәртибен үҙгәртергә кәрәк, тип иҫәпләй. Ике төрлө үҙгәреш индереү планлаштырыла. Беренсенән, “бишле” һәм “дүртле” билдәләренә өлгәшкән көндөҙгө бүлек студенттарын стипендия менән тәьмин итеү күләмен 18 процентҡа арттырырға тәҡдим ителә. Икенсенән, бер йәки бер нисә өлкәлә ниндәй ҙә булһа ҡаҙанышҡа өлгәшкән юғары курс студенттарына академик стипендияны 20 про­центҡа арттырыу кәрәклеген билдәләйҙәр. Мәҫәлән, уҡыу, ғилми-тикшеренеү, йәмәғәт, мәҙәни-ижади йәки спорт өлкәһендә айырым уңыштары булғандарға.
Үҙгәрештең быйыл 1 сентябрҙән көсөнә инеүе ихтимал. Был хаҡта Рәсәй мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов белдерҙе.
– Стипендия күләме студенттарҙы ҡәнәғәт­ләндермәй, сөнки уға йәшәү мөмкин түгел. Был түләү – социаль ярҙамдың мөһим сараһы. Беҙ стипендия фонды күләмен арттырырға тәҡдим итәбеҙ, – тип аңлатты министр.

БЕЛЕШМӘ

Рәсми сығанаҡтарға ярашлы, әле Рә­сәйҙә 2,7 меңләп урта һөнәри белем биреү учреждениеһы эшләй. Уларҙа ике миллион самаһы кеше уҡый. Юғары белем биреү өлкәһендә 969 уҡыу йорто иҫәпләнә, студент­тарҙың дөйөм һаны 5,7 миллион самаһы тәшкил итә.


Вернуться назад