Хәйбуллалар ял итә белә17.01.2015
Ҡышҡы каникул мәлендә Хәйбулла районында республика ҡалаларында белем алған юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн “Студент каникулы” ун көнлөгөн ойоштороу һәйбәт йолаға әүерелде.

Быйыл сара 26 ғинуарҙа “Уның исеме Татьяна ине” күңел асыу программаһы менән башлана. Иртәгәһенә “Һеҙҙе күреүгә шатбыҙ” сараһы ойошторола. Артабан мини-футбол буйынса бәйге, футбол буйынса чемпионат, ХIII Студент уйындарын уҙғарыу күҙаллана. “Суперстудент-2015”, “Һинең заман”, Шаяндар һәм Тап­ҡырҙар клубы ла йәштәрҙе көтә. Көн һа­йын тиерлек тематик дискотекалар ойош­тороу ниәте бар. Студенттар ҡат­нашлығында “Киләсәк – беҙҙең ҡулда” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” уҙасаҡ.




Вернуться назад