Бал ҡорттарын ҡотҡарайыҡ!17.01.2015
Ошо көндәрҙә Өфөлә “Башҡорт бал ҡорттарын ҡотҡарырға” тип аталған күсмә экспедиция башланды. Уны Урыҫ география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ойошторҙо. Сара солоҡ ҡорттарын һаҡлап ҡалыуға, “Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығын киңәйтеүгә арнала.

Экспедицияла 20-гә яҡын кеше — төрлө йүнәлештәге белгестәр, йәмәғәт эшмәкәр­ҙәре, ғалимдар, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы, “Башҡортостан” милли паркы хеҙмәт­кәр­ҙәре ҡатнаша. Улар Бөрйән районына юлланды.
Сәфәр барышында йәмәғәтселекте биләмә менән таныштырыу, ҡурсаулыҡты киңәйтеүгә бәйле мәсьәләләрҙе урында тикшереү күҙаллана. Сәйәхәттең маршруты Мәләүез, Ишембай, Бөрйән райондары аша үтәсәк.






Вернуться назад