Ауыл тергеҙелә17.01.2015
Башҡортостанда яңы ауыл төҙөлә. Уны Күгәрсен районындағы элекке Сығарыш утары урынында ойошторорға тәҡдим ителә.

Район үҙәге Мораҡтан 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан утар уҙған быуатта уҡ ташландыҡ хәлгә инә. 2000 йылдар башында бында умартасылыҡ тәжрибә станцияһы урынлаштырыла. Һуңыраҡ ул да ябыла. Әле биләмәлә бер нисә ғаилә йәшәй. Документтар буйынса улар күрше ауыл ҡарамағына инә. Тиҙҙән яңы ауылға утарҙың элекке кешеләре лә ҡайта аласаҡ. Проект Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумының киләһе ултырышында ҡарауға тәҡдим ителде.




Вернуться назад