Йүгәнде ныҡ тотоп...17.01.2015
Ошо көндәрҙә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов бизнес ойошмалары вәкилдәре менән осрашты. Сараға тиҫтәләгән эре предприятие етәкселәре йыйылды.
– 2014 йыл һөҙөмтәләренә күҙ һалһаҡ, улар беҙҙең ең һыҙғанып эшләгәнде дәлилләй. Инвестициялар күләме, эске тулайым продукт 2,1 процентҡа артты. Халыҡтың йәшәү кимәленә килгәндә, Волга буйы федераль округында эш хаҡын арттырыу буйынса ғына исемлектең иң аҫҡы баҫҡысында торабыҙ. Тәү сиратта беҙгә ошо мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарына хаҡтарҙың артыуы халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Уларҙы бер ни тиклем ауыҙлыҡлай алдыҡ. Торлаҡ төҙөү буйынса һөҙөмтәләр һәйбәт. Был күрһәткес буйынса Рәсәй төбәктәре араһында бишенсе урында киләбеҙ. Демографик күрһәткестәр ҙә ҡыуандыра. Шулай ҙа донъя иҡтисады көрсөк кисергән мәлдә, хис-тойғоларға бирелер ваҡыт түгел. Киреһенсә, тынысланып, йүгәнде ҡулға алырға ваҡыт, – тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, алынған йүнәлеш дөрөҫмө-юҡмы икәнен яҡын киләсәк күрһәтер. Әлегә ул етәкселәрҙе кәрәк мәлдә кәңәшләшеп эшләргә, ауыр иҡтисади көрсөктө бергәләп үткәрергә саҡырҙы.
Осрашыу барышында күтәрелгән мәсьәләләр республиканың артабанғы үҫеше өсөн мөһим икәнлеген ике яҡ та һәйбәт аңлай.