Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Динар Заһит улы Ғилметдиновты юғары дәүләт наградаһы – Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнеүе айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ!
Республикала юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең баш инспекторы вазифаһында оҙаҡ йылдар тырышып эшләүегеҙ һөҙөмтәһендә юлдарҙа тәртип тәьмин ителде, фажиғәләр күләме кәмене, бик күп кеше ғүмере һаҡлап ҡалынды. Ошо хеҙмәтегеҙ Башҡортостан Республикаһы етәкселеге тарафынан лайыҡлы баһаланды. Төбәктәге ыңғай үҙгәрештәрҙә, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының уңышлы үҫешендә һеҙҙең өлөшөгөҙ бик ҙур. Артабан да һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә өмөт итәбеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм уңыш теләйбеҙ!
“Имен төбәк” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәкселеге һәм коллективы.