Өй туйланылар17.01.2015
Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Бишбүләк районында булды. Башҡортостан Башлығы етеш­тереү һәм ауыл хужалығы предприятиеларын, шулай уҡ ҡайһы бер социаль, инфраструктура объекттарын ҡарап сыҡты.

Бишбүләк ауылында республика етәк­сеһе Рәсәй Эске эштәр минис­трлығының Бишбүләк районы бүлексәһенең административ бинаһын асыу тантанаһында ҡатнашты. Әлегә тиклем полиция бүлеге 1969 йылда һалынған бер ҡатлы бинаны биләгән. 2013 йылдың октябрендә яңы объектта реконструкция башланған. Төҙөк­лән­дереүгә республика ҡаҙнаһынан 88 миллион һум аҡса бүленгән.
Ике мең квадрат метрҙан ашыу май­ҙанды биләгән яңы бинала граж­дандарҙы ҡабул итеү, террорға ҡаршы саралар, элемтә йәһәтенән бөтә талаптар иҫәпкә алынған. Бында шулай уҡ 25 автомашинаға иҫәпләнгән йылы ҡунал­ҡа, янғын һүндереү буйынса ике ҡоҙоҡ, трансформатор станцияһы, дизелле электр станцияһы бар.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов райондағы полиция хеҙмәткәрҙәрен өй туйы менән ҡотлап, һәр кемгә уңыштар теләне. Тантанала Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин бүлек начальнигы Ирек Әхмәҙуллинға “ВАЗ” автомобиле асҡысын тапшырҙы.




Вернуться назад