Баш ҡаланың Ғафури урамындағы был магазиндан кеше өҙөлмәй. Унда барып инеү менән һине һатыусы Гөлсәсәк менән Гөлнара ханымдар мөләйем йылмайып ҡаршы ала. Тауарҙың да иң яҡшыһын, тәмлеһен тәҡдим итә улар.“Алексеевка” совхозы етештергән аҙыҡ-түлек, йәшелсә, емеш-еләк баҙар киңлеген, халыҡ һөйөүен, ышанысын яулай бара. Көн һайын түтәлдән яңы ғына өҙөлгән ҡыяр, помидор, һуған һатып алыу кинәнес, хаҡтары ла тешләшмәй. Йыл буйы үҙебеҙҙең төбәктә үҫтерелгән таҙа аҙыҡтың һаулыҡ өсөн файҙаһы ла күберәк бит.
Фәҡәт беҙ йөрөп өйрәнгән магазинға килгәндә, ундағы бөхтәлеккә, тартипкә иҫең китер. Һәр нәмә үҙ урынында, һаҡланыу ваҡыты ла даими тикшерелеп тора. Ҡаймаҡ, икмәк йә туҡмас булһынмы, хәҙер үк ҡунағың алдына сығар ҙа ултырт! Тәмле, күңел йылыһы һалып әҙерләнгән ризыҡлы булыу мөмкинлегенә һөйөнөп туймайбыҙ, “Алексеевка” уңғандарына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Бигерәк тә магазин директоры Татьяна Майстренко, һатыусылар Лиана Ғарифуллина, Даниса Хисаметдинова, Рәмзиә Хәбетдинова, Әҡлимә Арыҫланова, Гөлсәсәк Сәхәбетдинова, Гөлнара Батталова, Наталья Языкина оло хөрмәткә лайыҡ.