Ғәҙеллек ҡайҙа?17.01.2015
“Хаттар яҙҙым...” тупланмаһында сыҡҡан мәҡәлә авторҙарына ҙур рәхмәттәр яуһын. Вараҡа Ғәләүетдинова, Мөхәммәт Рәшитовтың ғәҙеллекте яҡлаған яҙмалары айырыуса иғтибарҙы яуланы.

Ысынлап та, илебеҙгә күпме хеҙмәт иттек, көс түктек, һаулыҡты юғалттыҡ, ҡартайҙыҡ, бөгөн иһә анһат йәшәгән кеше­ләргә аптырайбыҙ. Беҙ көндәр буйы баҫыу­ҙа, малсылыҡта интектек, төндәрен колхоз һыйырҙарын көттөк. Хәҙер килеп шул хеҙмәт өсөн күпме пенсияға лайыҡбыҙ ҙа, йомшаҡ креслола, өҫтәл артында ултырып эшләгәндәр ни кимәлдә аҡса ала?!
Бөгөн кеше күп ҡырыла, бигерәк тә ир-ат. Бының сәбәбен тәмәке, эскелек менән сикһеҙ мауығыуҙа күрәм. Магазиндарҙа хаҡтар арта, йәштәрҙең нужаһы юҡ, халыҡ аҡса еткерә алмай йонсой. Әлдә Себер бар, меҫкен ир-ат ғаиләһен ҡарар өсөн шунда юллана.
Оло йәштәгеләргә – ихтирам, ярҙам, бер-беребеҙгә ҡарата миһырбанлыҡ күрһә­теп, имен генә йәшәргә яҙһын барыбыҙға ла.






Вернуться назад