Эҙләгән юлын таба17.01.2015
Колхоздар гөрләп эшләгән заманда ҡыш ауылдар араһындағы юлды ҡарҙан таҙартыу өсөн уларҙың техникаһы ҡулланыла ине. Хужалыҡтар тарҡалғас, был мәсьәлә байтаҡ ауыл Советтары рәйестәре өсөн “баш ауырыуына” әйләнде.

Эҙләгән юлын таба тигәндәй, Мәләүез районындағы Арыҫлан ауыл Советы хакимиәте үҙ аҡсаһына машина, “Беларусь” тракторы һатып алып, “хужалыҡты хеҙмәтләндереү мастеры” штатын асып эште көйләп тә ҡуйған.
Тракторсы Әхтәм Ибраһимов “Беларусь”та һигеҙ биләмә араһындағы юлдарҙы ҡарҙан, йәйен ҡый үләндәренән, сүп-сарҙан таҙарта. Әлегә көрәк, сапҡыс кәрәк-ярағы, яғыулыҡ менән ауыл Советы тәьмин итә. Трактор шәхси хужалыҡтарға ла ярҙам ҡулы һуҙа.
– Былай бер нисә техника һатып алырлыҡ аҡсаны ҡайҙан таптығыҙ? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Салауат ҡалаһының нефть үткәргес торбалары беҙҙең ауыл Советы биләмәһе аша уҙа. Улар ер ҡаҙһа ла, беҙгә аҡса күсерә. Мәләүез тимер-бетон конструкциялар заводының карьеры ла беҙҙә урын­лашҡан, пай ерҙәрен рәсмиләштер­ҙек – быларҙың һәммәһе лә ҡаҙнаны даими тулыландырыуға булышлыҡ итә, – ти ауыл хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов.
Тимәк, теләк булғанда урындағы хаки­миәттәр социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын таба ала.






Вернуться назад