Дуҫлыҡ һуҡмаҡтарын киңәйтеп17.01.2015
Тормошто иҫтәлектәрһеҙ күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел. Кешегә күренештәрҙең күңеллеһен дә, моңһоуын да хәтер һандығында һаҡлау мөмкинлеге бирелгән. Ауыр саҡта йылы хәтирәләргә мөрәжәғәт итеп, йөрәккә дәрт, ышаныс алабыҙ, элек яһалған хаталарҙы яңынан ҡабатлау аянысынан ҡотолабыҙ.
Ҡулға ҡәләм алып, хәтер ептәрен тағатҡан өлгөлө таныштары, ауылдаштары хаҡында бәйән иткән уҡыусыларыбыҙ булыуы редакциябыҙ өсөн ҙур мәртәбә ул, сөнки хат юлдары гәзит дуҫтарынан яңы сәләм еткерә, ауыл-ҡалаларҙың тын алышын күҙалларға ярҙам итә.


Белорет районында йәшәгән Нурулла Миһранов – иң әүҙем авторҙарыбыҙҙың береһе. Уның яҙмаларында Инйәр ҡаса­баһының ветерандар Советы эшмәкәр­леге, урындағы һоҡланғыс йә аяныслы ғүмер юлын үткән ихтирамға лайыҡ кешеләр хаҡында бәйән ителә. “Бүләкбай Түләбаевтың дөйөм эш стажы – 61 йыл. Ғүмеренең һигеҙенсе тиҫтәһен ҡыуған ир-уҙаманға алдағы көндәрҙә лә имен-һау, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр игелеген­дә йәшәүен теләйем”, – тип яҙа ул бер хатында. Ауылындағы китапханасы Гөл­фиәнең оҫталығы, өлгөрлөгө менән һоҡ­лана уҡыусыбыҙ. “Мин китапханасы тип кенә тормайым, һәр эште үҙем баш­ҡарырға тырышам – концерт номерҙары әҙерләшәм, билдәле шәхестәргә арнап плакат, күргәҙмәләр булдырам. Һәр уҡыу­сы­ның ихтыяжына яуап бирерлек китап йә әҫәр­ҙе табырға ярҙамлашам”, тигән һүҙҙәрен еткерә ул.
Ғәзимә Шәмсетдинованың Ауырғазы районынан килгән хәбәр-сәләмдәре беҙҙе дәһшәтле һуғыш йылдарына алып ҡайта, халыҡтың йәше лә, ҡарты ла үтергә мәжбүр булған афәт шаңдауын яңғырата. Заман ағышына бөгөнгө күҙлек аша ҡарап, үҙенең фәһемле фекерҙәрен, хәтирәлә­рен, көнүҙәк тәҡдимдәрен көттөрмәй яҙып һала был уҡыусыбыҙ. “Бөгөн бар нәмәгә ирек ҡуйылған, кеше ғүмерен ҡайғыр­тыусы юҡ. Сит илдәрҙә эшһеҙлек тип элек гәзиттәрҙән уҡып ҡына белә инек, хәҙер үҙебеҙҙе лә ошо уҡ күренеш ялмап килә”, – ти ул, борсолоп.
“Һаумыһығыҙ, редакция хеҙмәткәр­ҙәре! Атайым Зәкәриә Шәрипов Бөйөк Ватан һуғышынан аяҡһыҙ ҡайтып, яҡты донъяла оҙаҡ йәшәй алманы. Ә бер туған ҡустым – 1923 йылғы Шәймулла Шәри­пов – Ленинград ҡалаһында пароходта эшләй ине, 1944 йылда хәбәрһеҙ юғалды. Яҡыным хаҡында берәй мәғлүмәт табып булмаҫмы икән?” – тип һуңғы өмөт сатҡы­ла­рын ҡағыҙға теркәгән Бүздәк районында йәшәгән Ғәлимә Шәрипова исемле уҡыу­сыбыҙ.
Муниципаль район хакимиәттәренә килгәндә, туймазылар – иң әүҙем һәм тоғ­ро дуҫтарыбыҙ рәтендә. Төбәктә үткән һәр мәҙәни, социаль йә башҡа сара хаҡында ентекле мәғлүмәт менән ваҡытында уртаҡ­лашып торалар. Мәҙәниәт йылын лайыҡлы оҙатыуҙы тасуирлаған хат ошо өлкәлә ең һыҙғанып, намыҫлы эшләгән хеҙмәткәрҙәргә грант тапшырыу, алдынғы үҙешмәкәр ансамблдәрҙе тәбрикләү тура­һында бәйән итә. Туймазы районы хаки­миә­тенә, уның мәғлүмәт-аналитика бүлеге­нә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерә­беҙ, артабан да ижади хеҙмәттәшлек юлында осрашыу көтөп ҡалабыҙ!
Гәзиттең авторҙары күп булыуы ифрат ҡыуаныслы. Йыл дауамында ихлас яҙы­шып торған дуҫтарыбыҙға, айырыуса Әх­мәт Ғәйнетдиновҡа (Саха (Яҡут) Рес­пуб­ли­ка­һы), Әхмәт Сөләймәнов, Рафаэль Аҙна­ғолов, Марс Юлда­шев­, Эрнст Юл­ба­рисов, Вил Өмөтбаев, Гөл­кәй Аллағолова, Нәсимә менән Марат Хәйҙәров­тар, Та­һир Латиповтарға (Өфө), Вараҡа Ғәлә­үетдинова, Рәф­ҡәт Сәғә­ҙиев, Рәсүл Ғүмәровтарға (Ишем­бай районы), Мө­хәм­мәт Рәшитовҡа (Ауыр­ғазы ра­йоны), Фәрит Әхмәровҡа (Сибай ҡа­лаһы), Флү­рә Хәлиловаға (Ғафури районы), Зө­бәй­ҙә Ҡәләмоваға (Учалы ра­йоны), Хажиәх­мәт Әмәкәсовҡа (Күгәр­сен ра­йоны), Сәйҙә Сә­йәховаға (Бөрйән ра­йо­ны), Әлфиә Дәү­ләтгәрәеваға (Борай ра­йоны), Лиана Вәлиуллинаға (Салауат районы), Лена Абдрахмановаға (Мәлә­үез районы), Ис­мәғил Мөхәмәтйәновҡа (Баймаҡ ра­йоны), Гөлшат Әхмәтҡужинаға (Әб­йәлил районы) ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Һәммә­геҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, бәхет теләйбеҙ!



Вернуться назад