Сәләмәтлек бүләк итәйек16.01.2015
Ҡыҙым менән балалар баҡ­саһында үткәреләсәк шыршы байрамына ҡыуанып, ашҡы­нып килдек. Көн бик матур ине: елбәҙәкләп ҡар яуа, тирә-яҡ аҡҡа сорналған. Бәләкәсем тиңдәштәре уйнаған бүлмәгә йүгереп инеп киткәс, тәрбиә­себеҙ ҡасандыр балам менән бер төркөмдә йөрөгән Саша Гайсаровтың тағы ныҡ­лап сир­ләп китеүе һәм күптән түгел Яңы йыл бүләген алырға әсәһенең генә килеүе, улының байрамда ҡатнаша алмауы хаҡында илап һөйләүе хаҡын­да әйтте. Єлбиттә, был һүҙҙәр­ҙән һуң күңелдә ауыр тойғолар тыуҙы.
Беҙ, ата-әсәләр, был ма­лай­ҙың яҙмышы, сәләмәтлеге өсөн бик борсолабыҙ. Апрелдә дүрт йәшлек кенә Сашаның ме­йеһендә шеш барлығы асыҡ­ланды. Тик бала үҙе нин­дәй ҡаты сиргә юлығыуы ха­ҡында аңлап етмәй әле. III дә­рәжә­ләге анапластик эпендимома – бик һирәк осрай торған ауырыу. Израилдә үткәрелгән операция менән терапия курсы Сашаға файҙаға булмаған. Ике ай үткәс, табиптар уға тағы шул уҡ диагнозды ҡуйған.
Єммә яман шештән ҡото­лоу­ға өмөт бар. Бының өсөн Израиль клиникаһында тағы бер химия терапияһы курсы үтергә кәрәк. Был дауаланыу өсөн өс миллион тирәһе һум талап ителә. Єлбиттә, Саша­ның ата-әсәһе бындай аҡсаны үҙҙәре генә нисек тапһын? Беҙ күмәкләп кенә балаға ярҙам итә алабыҙ.
Гайсаровтар ғаиләһе ма­лай­ҙың сәләмәт булырына өмө­төн өҙмәй. Бәлки, сират­тағы дауалау курсы бәләкәсте ҡаты сирҙән ҡотолдорор. Ма­лай­ҙың ата-әсәһе менән 8-927-947-00-54, 8-937-838-48-87 телефондары буйынса бәй­лә­неш­кә инеп, ярҙам тәҡдим итер­гә мөмкин. Шулай уҡ Ћаҡ­лыҡ бан­кындағы 639002069036564472 иҫәбе буйынса аҡса күсерергә була. Яңы йылда Сашаға бергәләп сәләмәтлек бүләк итәйексе, ҡәҙерле дуҫтар.






Вернуться назад