“Уралым” тергеҙелде16.01.2015
Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың хәстәрлеге арҡаһында Силәбе өлкәһендә урыҫ һәм башҡорт телдәрендәге «Уралым» ижтимағи-сәйәси гәзите сығыуын дауам итәсәк.

Тиражы һигеҙ мең дана тәшкил иткән баҫма ай һайын донъя күрәсәк. Гәзит Силәбенең башҡорттар күпләп йәшәгән биләмәләрендә бушлай тара­тыласаҡ, тип хәбәр итте Баш­ҡортостандың Силәбе өл­кә­һен­дәге даими вә­киллегенең матбуғат секретары Мөхәммәт Хәбиров.
“Көньяҡ Уралда төрлө халыҡтар бер ғаиләләй татыу, дуҫ йәшәй. Ошо берҙәмлектә — беҙҙең көсөбөҙ, ә мәҙә­ниәттәрҙең төрлөлөгө — бай­лығыбыҙ. Шуға күрә Силәбелә «Уралым» кеүек гәзиттәрҙең сығыуы бик мөһим. Был проекттар туған телде яратырға, үҙеңде һәм күр­шеләреңде яҡшыраҡ аңларға өйрәтә”. Был – өлкә губернаторы Борис Дубровскийҙың һүҙҙәре.
— Яңы баҫманы башҡа милләт кешеләре лә уҡыясаҡ тип ышанам. Был гәзит — Көньяҡ Уралда йәшәгән ха­лыҡтарға милләт-ара бәйлә­неште һәм үҙ-ара ихтирамды үҫтереү һәм тәрәнәйтеү өсөн бик шәп трибуна, — тип иҫәпләй «Гранада Пресс» медиахолдингы етәксеһе Сергей Филичкин.





Вернуться назад