“Балалар өсөн йәшәйбеҙ бит”16.01.2015
“Балалар өсөн  йәшәйбеҙ бит” “Иҫәнгилде — минең тыуған
ауылым,
Минең ерем, минең һыуым, саф
һауа,
Матур сәскә, матур үлән, матур
ялан,
Матур кешеләр, матур балалар.
Йәшә мәңге, тыуған яғым,
Йәшә мәңге, Иҫәнгилдем”.

Кескәй генә йөрәге аша үткәреп, ошо ихлас юлдарҙы Валентина-Вәлиә Шагина яҙған. Ул ҡасандыр балалар йортонда булып, бөгөн Сарбаевтар ғаиләһендә тәрбиәләнә. Рәйсә Әхмәҙулла ҡыҙы менән Ғәли Ғәфиәт улы унан һуң тағы ете баланы өйҙәренә алып ҡайтҡан. Настя — Нәсимә, Катя — Камилә, Рита, Тая — Тәнзилә, Катя — Кәримә, Надя — Надиә, Витя нур бөркөп торған ошо йорттоң йылыһын тойоп үҫеп киләләр. Ә хәл былай була...
Үҙҙәренең улдары Илнур менән ҡыҙҙары Әлфинур үҫеп сығып китеп, тормоштарын ҡорғас, өйҙәрендә кескәй генә Әнисә ҡала.
— Ҡыҙым, миңә туған кәрәк, ти ҙә йөрөй торғайны. Инәй, бәпес алып ҡайт, тип йөҙәтте бит. Ул ваҡытта миңә 35 йәш ине, — тип һөйләй Рәйсә Әхмәҙулла ҡыҙы. — Ирем менән һөйләштек тә балалар йортонан берәйһен алырға булдыҡ. Ырымбурға барһаҡ, өс бер туған Валя, Катя, Ританы тәҡдим иттеләр. Шулай итеп, өйҙә дүрт ҡыҙлы булдыҡ та ҡуйҙыҡ.
Бер көндө Ғәлиҙе район үҙәгенә саҡыралар. Опека органында уға былай тиҙәр: ”Өс бер туған бар, бәлки, алырһығыҙ, балалар йортона ебәрергә йәл...” Шулай итеп, Сарбаевтар Тая, Витя, Настяны үҙ ҡосағына ала, аҙаҡ ишек аша Катя менән Надя атлап үтә.
— Уларҙы бер ғаилә тәрбиәгә алған булған. Ике йылдан һуң, кире балалар йортона илтәбеҙ, тигәндәр. Беҙгә әйткәйнеләр, әй, алайыҡ та ҡуяйыҡ, тинек. Шул ҡәҙәрем игеҙәк ҡыҙҙарға күҙем ҡыҙа торғайны. Шулай ике игеҙәкте алдыҡ та ҡуйҙыҡ...
Оло йөрәкле Сарбаевтарға ҡа­райым да берсә һоҡланам, берсә иҫем китә. Кеше үҙ балаларын аяҡҡа баҫтырыуҙан ҡурҡа, ә улар күпме сабыйҙы һыйындырған! Сабыр ғына, һәүетемсә генә йәшәп яталар. Ҡураларында туғыҙ баш һыйыр малы, 80-ләп һарыҡ тоталар, ҡош-ҡорто бөтәһе түгел. Рәйсә 20 йылдан ашыу инде мәҙәниәт йортонда эшләй, Ғәли мәктәп автобусында балалар йөрөтә. Тағы шуныһын да әйтеү мөһим: бар балаларын да ҡул эштәренә, сигеүгә өйрәткәндәр. Төрлө фамилия йөрөтһәләр ҙә, атай, инәй тип өҙөлөп торалар, бер туғандай йәшәйҙәр. Үҙ урыҫ телендә лә, башҡортса ла сатнатып һөйләшәләр, йырлайҙар...
Рәйсә лә, Ғәли ҙә ошо ауылда тыуып үҫкән. Бергә йөрөй башлаған саҡтарын Рәйсә ҡыҙыҡ итеп һөйләй:
— Бер мәктәптә уҡып, бергә клубҡа йөрөп үҫтек. Мин оҙон-оҙаҡ уйлап торманым, X класты бөттөм дә, Ғәлигә барҙым да ҡуйҙым. “Ғәлигә барам әле, Ғәлигә барам әле...” тигән йырҙағыса. Ул армиянан ҡайтҡайны, тырыш, сабыр егет. Уға 23 йәш, миңә — 17. Иң һәйбәте шул. Хәҙер 33 йыл бергә йәшәйбеҙ...
Башҡортостанға рәхмәтле Сарбаевтар. Башҡорт ҡоролтайы ярҙамы менән Ишембай, Баймаҡ, Салауат райондарында булып ҡайтҡандар, балаларын төрлө сараларға саҡыралар икән.
— Башҡортостан оҡшай инде, иҫ киткес! Бөтә яҡлап та. Беҙҙә бит һеҙҙәге кеүек үк ярҙам юҡ, — ти Ғәли. — Күп нәмәне үҙебеҙгә табырға тура килә. Нисауа, балалар өсөн йәшәйбеҙ бит...
Иҫәнлек-һаулыҡ теләп хушлашыр алдынан балалар бергә йыйылышып йырлап та алды: “Үпкәләп алһаң да, әсәй, һин рәнйеп ҡалма инде...”
“Әсәй, атай...” Ошо һүҙҙәрҙе ишетеүҙән дә оло бәхет юҡтыр донъяла...



Вернуться назад