Халыҡ йолаларға тартыла16.01.2015
Халыҡ йолаларға тартыла Өлкәнең башҡорттар йәшәгән һәр районында ҡоролтайҙар ойошторолған. Красногвардейск районындағыһын Луиза Хәҙит ҡыҙы Бәхтийәрова етәкләй. Урындағы ҡоролтайҙың эше, алда торған бурыс­тары тураһында ул ҡыҫҡаса ғына түбәндәгеләрҙе һөйләне:
— Үҙем Бәхтиәр ауылында тыуып үҫтем. Мәктәпте тамамлағас, Ырымбур мәҙәниәт училищеһының театр бүле­гендә уҡыным. 1987 йылдан бирле район мәҙәниәт йортонда эшләйем. Ҡайтҡас та, төрлө ауылдарҙан йырлаған кешеләрҙе йыйып алдыҡ. Концерттар ҡуйҙыҡ. Башҡортостан, Ҡаҙағстанға барып еткән саҡтар булды. Һуңынан инде “Таң йондоҙо” тигән башҡорт фольклор коллективы ойошторҙоҡ, 1992 йылда “халыҡ” исеме алдыҡ. Беҙҙең төп маҡсат — халҡыбыҙҙың йыр-моңон йәшәтеү, кеше­ләрҙә дәрт, сәм уятыу. Бөгөн дә урын­дағы ҡоролтайҙың төп маҡсат­тарының береһе шул. Тағы ла пенсионерҙарҙан “Заман” тигән төркөм йыйҙыҡ. Апайҙар­ҙың иң йәшенә — 55, иң олоһона — 65. Райондағы бөтә концерттарҙа ҡатнаша­быҙ, Ырымбур өлкәһендә өлгөлө коллектив исемен йөрөтәбеҙ. Бына 20 йыл инде “Йәшәй әле башҡорт моңдары” тип аталған йыр, шиғыр фестивале ойошторабыҙ.
Борсоуға һалған хәлдәр ҙә бар. Ул да булһа балаларға туған телде уҡытыуға ҡағыла. Күп ерҙә факультатив рәүешендә генә ҡалды. Башҡорт теле Бәхтийәр, Иҫке Юлдаш, Юлтый ауылдарында ғына уҡытыла. Районда 12 башҡорт ауылы бар. Шуға бөтә эште мәҙәниәт аша алып барырға тырышабыҙ. Көнкүреш кимәлендә генә булһа ла балалар башҡортса аралашһын тибеҙ. Бәхтийәр ауылында Юлиә Бәхтийәрова балалар театр түңәрәге алып бара. “Йондоҙҙар” тип атала ул төркөм. Өфөгә барып та сығыш яһап ҡайттыҡ.
Халыҡ йолаларға тартылаҒөмүмән, Бәхтийәр ауылында әүҙем халыҡ йәшәй. Йәштәр йыйылып ҙур, матур мәсет һалды. Элекке амбар келәттәре була ине бит, шуның береһен һатып алып, ябай боҙ майҙансығы төҙөнөләр. Үҙҙәренең хоккей командаһы бар. Райондың бөтөн ярыштары шунда үтә.
Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең хәтер кисәләрен, юбилейҙарын үткәрәбеҙ. Мөхәмәтша Буранғоловтыҡын, Дауыт Юлтыйҙыҡын билдәләнек. Яңыраҡ Сөләймән Муллабаевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арнап ҙур сара үткәрҙек. Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнештә торабыҙ: артистар килә, яҙыусылар... Әле бына Нефтекама филармонияһынан, Сибай театрынан килделәр. Яңыраҡ Мәләүездә “Димсе клубы” ойошторҙолар. Унда булып, өйрәнеп ҡайттыҡ. Үҙебеҙҙә лә шуны эшләмәксебеҙ. Тәжрибә етерлек. Йола буйынса коллектив менән башҡорт туйҙарын алып барған бар. Байтаҡ кеше һорай. Ауыл Советтары “Алтын юбилей”ҙар үткәрә бит, шунда мотлаҡ ҡатнашабыҙ. Аллаға шөкөр, хәҙер халыҡ йолаларға тартыла, онотмай...
Красногвардейск районы.


Вернуться назад