Доғалар көс бирә16.01.2015
Изге урынға килеп, аят уҡып, тәңкә һалып китмәү мөмкин түгел. Был — Әүлиә тауы. Уның битләүенә Иҫәнгилде ауылына нигеҙ һалыусылар мәңгелеккә һыйынған.
Аҙ ғына аҫтараҡ — Әүлиә ҡәбере. Уны халыҡ тәрбиәләп тора. Ауылда мәсет төҙөтөүсе Мәхмүзә инәй Агишева ҡәбергә лә таштан кәшәнә эшләткән. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаһа ла, ауылдаштары хәстәре менән йәшәй ағинәй. Уның һүҙен йәштәр ҙә тыңлап тора. Шуға ла ауылда манара ҡалҡҡан, Әүлиә ҡәбере хәстәрле.
– Хәҙер ҡоро йылдар йыш килә бит инде, ямғыр яумаһа, күмәкләшеп Әүлиә ҡәберенә барабыҙ, — тип һөйләй башҡорт теле уҡытыусыһы Рузилә Сарбаева. — Ямғыр һорап сыҡһаҡ, бер-ике тамсы булһа ла тама. Мөғжизә. Барабыҙ ҙа әбейҙәр ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, теләк теләйбеҙ...
Туҡ йылғаһы ағышының уң яғындағы изге тау битләүендә булған сәйер күренештәрҙе лә әүлиәгә бәйләйҙәр. Әйткәндәй, уның исеме лә билдәле — Иҙрис. Ауылға нигеҙ һалған Иҫәнгилденең улы.
– Йыш ҡына яҙын, йәйен ҡәберлек яғында ҡара кейемле, оло ир кәүҙәле кеше йөрөй. Беҙ тәүҙә уйланыҡ инде, көтөүсеме икән, тип. Бер апай әйтә, мин дә күрҙем, ти. Башҡаһы ла күргән. Шул яҡ хужаһы була инде, — тип һөйләй уҡытыусы Рәйлә Мулдашева. — Һаҡлап йөрөй...
– Әүлиә тәһәрәтләнергә шишмә буйына йөрөгән, тиҙәр, — тип һүҙгә ҡушыла Рузилә Сарбаева. — Һәр бер изге кешенең ҡәбере эргәһендә үҙенең шишмәһе бар бит. Иҙрис әүлиәнеке лә булған. Мәхмүзә апай әйтә, тар ғына һуҡмаҡ булған, ти, шишмәгә табан. Хәҙер ул шишмәне ҡом, балсыҡ ҡаплаған, аҡмай...
Шишмә тигәндән, Иҫәнгилде эргәһендә мөғжизәлеһе лә бар икән.
– Ҡаранйылға тигән шишмә бар беҙҙә, ҙур түгел, һыҙылып ҡына аға, уның эйәһе бар, тиҙәр, — тип һөйләй Рәйлә Мулдашева. — Теләмәһә, ҡайһы бер кешегә һыу бирмәй, ҡамасаулай...
Иҫәнгилде, уның улы Иҙрис исемдәрен изгеләргә тиңләй халыҡ. Иҫәнгилде Ирәндек буйынан бында килеп төпләнгән. Үҙәндәре мал көтөргә яйлы, йылғаһы балыҡ менән тулы булыуы, тирә-яҡта йәнлек, ҡош-ҡорт күплеге ошонда төпләндерә ҡартты. Йылғаны ла Туҡ тип исемләгәндәр — барыһына ла бай, йәнәһе. Иҫәнгилденең улы Иҙрис көндөҙ йондоҙ күргән, изге юлда булған...
Ошондай риүәйәт йәшәй был яҡта. Ул быуындан быуынға күсә килә. Әүлиә ҡәбере иһә изге урынға әйләнгән. Бында ҡылынған доғалар халыҡҡа рухи көс бирә.




Вернуться назад