Бер күрешеү –Үҙе бер ғүмер16.01.2015
Бер күрешеү –Үҙе бер ғүмер “Башҡортостан” журналистары гәзит уҡыусыларға баҫма аша ғына таныш түгел, улар урындарға сығып, төрлө кимәлдә осрашыуҙар үткәрә. Ҡәрҙәштәребеҙ йәшәгән күрше өлкәләргә лә юлланабыҙ, баш йортобоҙҙан сәләм еткерәбеҙ. Бер күрешеү— үҙе бер ғүмер, тиҙәр бит. Бындай саралар араларҙы яҡынайта, йыр-моңдо, әҙәбиәтте һағынған милләттәштәребеҙҙең күңел тырызын тултырырға ярҙам итә.
Туҡ-Соран буйына сираттағы сәфәргә шағир Салауат Әбүзәр, реклама бүлеге хеҙмәткәре Финзирә Рысаева, һәүәҫкәр композитор Фәниә Дауытова менән юлландыҡ.

Ырымбур өлкәһендәге тәүге осрашыу Александровка ра­йо­ны­ның Иҫәнгилде ауылында ине. Боронғо ауыл ул. Ғәҙәттә, был боронғолоҡто ер-һыу атамаларына, зыяраттарға ҡарап та белеп була. Ҡайҙа изгеләр зыяраты бар, ҡайҙа халыҡ уны иҫ­ләй, шунда быуындар бәй­­лә­неше һаҡланған, шунда рух йәшәй. Иҫәнгилделә иһә ба­рыһы бар: тарих та, уны өй­рә­неүсе, йәшәтеүсе йәштәр ҙә. Әүлиә ҡәберен тәрбиәләп то­роуҙары, иҫке мәсет урынына яңыһын тергеҙеүҙәре ошо турала һөйләй.
Барлығы 80 йорттан торған был ауылда кешегә йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған: газ үткән, магазин эшләй, күтәртелгән юлдар һуҙылған, фермерҙар ҙа етерлек. Иң мөһиме — урта мәктәп бар. Унда бөгөн 50 бала белем ала. Киләһе йылдарҙа ла беренсе класҡа уҡырға барыусылар байтаҡ буласаҡ.
Бер күрешеү –Үҙе бер ғүмерБыл яҡтарҙың бик матур үҙен­сәлеге шунда: ауылдарында ты­уып үҫкән йәки ошондағы мәк­тәптә уҡыған яҡташтарын ҙурлай, ҡәҙерләй беләләр. Иҫән­гил­делә яҙыусы Сәғит Агиш тыуған. Уға ике йәш самаһы бул­ғанда атаһы Ишмөхәмәтте мул­ла итеп Аҡтин ауылына ебәр­гәндәр. Шуға ла яҙыусы үҙенең тыуған ауылы итеп Иҫәнгилдене лә, Аҡтинде лә һанай.
— Башҡорт теле дәрестәренә бирелгән сәғәттәр кәмеһә лә, нисек тә балаларҙа туған телгә ҡарата һөйөү уятырға тыры­ша­быҙ. Һөйөү булғанда, сабый бер ҡасан да әсә телен ташла­мая­саҡ, — ти уҡытыусы Рузилә Сарбаева. — Телгә, йолаларыбыҙға һөйөүҙе дәрестә генә түгел, төрлө мәҙәни саралар аша ла бирергә тырышабыҙ...
Әйткәндәргә дәлил итеп уҡытыусыларҙың Баш­ҡорт­ос­тан­ға барып, башҡорт теле буйынса конкурста уңыштарға өлгәшеүҙәрен дә телгә алып үтке килә. Мәҫәлән, Малик Сарбаев, Диана Ғайсина, Зарина Ғирфанова өлкәлә уҙғарылған төрлө олимпиадаларҙа еңеүсе булған.
Ғәҙәттә, осрашыуҙар бер төр­лөрәк үтә. Иркенерәк бүлмә йәки залға йыйылаһың да ихлас һөйләшәһең. Унда, уҡыусы һәм уҡытыусыларҙан тыш, ауыл халҡы ла килә. Был юлы ла шулай булды. Шуға һәр береһен бәйнә-бәйнә һөйләп тормайыҡ. Тик Иҫәнгилде, Аҡтиндән һуң юлыбыҙ Красногвардейск райо­нының Юлтый, Иҫке Юлдаш ауылдарына алып китеүен генә әйтәйек.
Юлтый — башҡорт яҙыусыһы Дауыт Юлтыйҙың тыуған ауылы. Яҡташтары уның менән ысын күңелдән ғорурлана. Мәктәптә музей ойошторолған. Яҙыу­сы­ның шәжәрәһе төҙөлгән. Унан Дауыт Юлтыйҙың Мөхәм­мәт­сәлим Өмөтбаев менән бер тамырҙан булыуы күренә. Ғөмүмән, музейҙа күп кенә экспонаттар тупланған. Улар яҙыусының һәм ҡыҙы, танылған балерина Нелли Юлтыеваның тормош юлы тураһында ғына һөйләп ҡалмай, тотош ауыл тарихын сағылдыра.
Юлтый 120-нән ашыу өйҙән тора, тулы булмаған урта мәк­тәптә 34 бала белем ала. Белем усағы булғас, ауыл да йәшәй. Тимәк, телгә лә иғтибар була.
— Беҙҙә туған тел уҡытыу туҡтатылманы, тик сәғәттәрҙе аҙайтыуҙары насар. Ләкин туған телде дәрескә бирелгән бер-ике сәғәт менән генә һаҡлап булмай, аралашыу, мәҙәни саралар үткәреү кәрәк, — ти башҡорт теле уҡытыусыһы Ринат Ишбулатов.
Осрашыуға балалар концерт әҙерләгәйне. Матур итеп йыр­лайҙар, шиғыр һөйләйҙәр. Шул саҡта уҡытыусының һүҙҙәре ни тиклем хаҡ икәненә инанып ул­тыраһың. Йәш уҡытыусы Алина Райманованың “Хәтирәкәй”ҙе, баш­ҡа халыҡ йырҙарын баш­ҡарыуы үҙе ни тора!
Иҫке Юлдашҡа кискә генә ба­рып етә алдыҡ. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, мәҙәниәт йор­то гөрләп тора ине. Һөй­­ләшеүҙәрҙән һуң һә­үәҫкәрҙәр сәләмен еткерҙе — концерт күр­һәтте. Фольклор ансамбл­дәренең сығышы күңелгә хуш килһә, айырым йырлаусылар ҙа битараф ҡалдырманы.
Алда телгә алыныуынса, шә­хестәргә иғтибар ҙур бында. Балалар яҙыусыһы Сөләймән Муллабаевтың музейын ойош­торорға йөрөйҙәр икән. Әле лә шәхестең ҙур портреты сәхнә түренә эленгән, “Аҙ булһа ла, ижад емешем бар, маҡтаулы һәм ауыр эшем бар” тигән һүҙҙәре яҙып ҡуйылған. Иҫке Юлдаш электән мәҙәни үҙәк булған. Заманында Мөхәмәтша Буранғолов, Сәғит Агиш һымаҡ шәхестәр белем алған бында.
Осрашыуҙар ваҡытында ха­лыҡты борсоған мәсьәләләр буйынса ла һөйләшәһең. Иң төп проблема — эшһеҙлек. Ирҙәр Мәскәү, Һамар, Сорғот, Уренгой яҡтарына китә. Ҡайҙа ла ошоға барып төртөләһең: ауылдар буйлап йөрөгәндә ирҙәр бик һирәк күренә. Әлеге шул эшһеҙлек ил буйлап һибә уларҙы. Ярай әле фермерҙар бар, күпмеһелер уларҙа эшләй. Был — Ырымбур проблемаһы ғына түгел, бөтә Рәсәйгә хас күренеш. Уйлап ҡараһаң, парадокс инде: мигранттар эш эҙләп беҙгә килә, ә беҙҙекеләр ил эсендә күсенеп йөрөй.
Сираттағы сәфәр күңелдәргә матур уйлы, киләсәккә өмөт бағлап ҡараусы дәртле ке­ше­ләре менән уйылып ҡалды. Туҡ-Соран буйы халҡыбыҙға Бикбай, Юлтый, Агиштарҙы бирер әле. Буранғоловтар ҙа, Юлдашев, Абдразаҡовтар ҙа тыуыр. Быға инанып, ышанып ҡайттыҡ дала яғынан.


Вернуться назад