Яҡташыбыҙҙың әҫәре – сит ил сәхнәһендә16.01.2015
Күптән түгел Евгений Вахтангов исемендәге Мәскәү дәүләт академия театры Америка Ҡушма Штаттарында гастролдә булғайны. Улар сит ил тамашасыһына башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллиндың «Раббым баҡсаһы» спектаклен тәҡдим иткән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына пьесаның авторы Азат Абдуллин хәбәр итте – ул үҙе лә театр труппаһы менән гастролгә юлланғайны.
— АҠШ-та Азат Абдуллиндың әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль менән уңышлы сығыш яһаныҡ, — тип һөйләне Вахтангов театры директоры урынбаҫары Григорий Пумашев. — Нью-Йорк, Вашингтон, Филадельфия, Бостон, Чикаго ҡалаларында күрһәттек уны. «Раббым баҡсаһы»н бөтә ерҙә лә һоҡланып ҡабул иттеләр, алҡыштар ҙа, күҙ йәштәре лә булды. Пьесала Рәсәйҙән сит илгә эмиграцияланған балет артисы Рудольф Нуриев хаҡында һүҙ бара. Тамашасылар ҙа, артистар ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Беҙҙе йәнә Америкаға гастролгә саҡырҙылар. Ризалашырбыҙ тип уйлайбыҙ. АҠШ-та гастролдә күп тапҡыр булдыҡ, әммә был юлы «Раббым баҡсаһы» спектакле менән ҙур уңышҡа өлгәштек. Был – театрҙың уңышы, пьеса авторы, яҡташығыҙ Азат Абдуллиндың еңеүе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2013 йылдың февралендә Роман Виктюк театрының гастролдәре барышында ла Азат Абдуллиндың «Раббым баҡсаһы» спектакле күрһәтелгәйне.