Саҡрым ғына бер ни түгел милләтем йылыһына16.01.2015
Саҡрым ғына бер ни түгел  милләтем йылыһына Күрше ауылға булһа ла ҡунаҡҡа барып, ҡуна ҡалһаң, үҙ өйөң, урамың, ғәзиз тупһаң һағындыра башлай. Ташкент ҡалаһында әле йә ҡасандыр йәшәгән милләттәштәребеҙ һүҙенә ҡарағанда, улар өсөн дә Башҡортостандан яҡыныраҡ, йылыраҡ бишек юҡ тотош Ер йөҙөндә. Алыҫ саҡрымдарҙы яҡынайтып, туғанлыҡ хистәренә түҙә алмай Өфө ҡалаһында йыйылып бер осрашырға ҡарар иткән дүрт ханым түбәндәге хәҡиҡәтте тағы бер ҡат иҫбатланы.

Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең эшләп килеүенә байтаҡ йыл. Әңгәмәселәребеҙ – ошо ойошманың төрлө дәүер­ҙәге әүҙем ағзалары. Өфөгә килеп осрашып, бергәләп “Баш­ҡорт йыры” концертына барған көндөң иртәгеһенә беҙгә улар менән күрешеү бәхете тәтене.
Бөгөн Белорет районының Уҫманғәле ауылында йәшәгән Әфинә Ғөбәйҙуллина – Советтар Союзы тарҡалғас, Ташкент­та Башҡорт үҙәген тергеҙеүгә күп көс һалыусыларҙың береһе. Үзбәкстанда һәр милләт үҙ ойошмаһын булдырыу хоҡуғын раҫлаған ҡарар сығыу менән, биш кешенән торған төркөм эшкә ихлас тотона.
– Тәүге сараларҙы үткәреү өсөн тик үҙ аҡсабыҙҙы сарыф иттек. Ә Корея халҡы, мәҫәлән, милли костюмдарын самолет менән генә алдырҙы, йәһүд, грузиндарға ла хөкүмәттәренән ярҙам ҙур булды. Беҙ, үҙебеҙҙең вәкиллекте аса алмағанлыҡтан, төрлө концерттарҙа сығыш яһаған әүҙемдәргә бүләкте өйҙән йыйып алып бара инек. Шулай ҙа үҙ аҡсабыҙға милли костюмдар тектереп алдыҡ, уҙған быуаттың туҡһанынсы йылда­рының башында ойошманы рәсми теркәүгә өлгәштек, – тип сағыу хәтирәләргә бирелә Әфинә апай. – Үзбәкстанда, ғөмүмән, бик татыу, миһыр­банлы, дәртле кешеләр йәшәй, унда һәр кем үҙ ғөрөф-ғәҙәт­тәренә, рухи ҡиммәттәренә тоғролоҡ һаҡлай ала. Төрлө халыҡтар ижады фестивалендә иң ҡыуандырғаны шул булды: барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа профессиональ әҙерлекле, белемле ине, шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең ойошманың үҙешмәкәр сәнғәт вәкилдәре тарафынан әҙерләнгән тамаша иң-иңе тип табылды.
Үзбәкстан ерендә 30 йыл йәшәгән, йөрәге рух, ватан өсөн типкән Әфинә Ғөбәйҙуллина Ташкентта “Ирәндек” атамалы телеканал асырға ла, Башҡорт­останға гастролдәр менән килергә лә көс һәм тырышлығын аямаған.
Гөлнара Кулабова бөгөн Свердловск өлкәһенең Березовский ҡалаһында йәшәй, ул да ғүмеренең 15 йылын сит тарафтарҙа үткәргән. Тормош иптәше – шул яҡ кешеһе. Әле өс батыр тәрбиәләнгән был һоҡланғыс ғаилә күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. “Уландар ике телдә лә таҙа һөйләшә, йыр-моңға, сәнғәткә ылыҡтырып үҫтерергә тырыштым, – ти әсә. – Ташкент дәүләт техник университетында уҡытыусы булып эшләнем, тик башҡорт рухы, милләттәштәремде һағыныу көсө бер ҙә һүрелмәне. Шулай бер көн телевизорҙа Әфинә апайҙы күреп, шундай-шундай ойошма барлығы хаҡында белеп ҡалдым һәм уларҙы бер нимәгә ҡарамай эҙләп табырға тигән маҡсат ҡуйҙым...”
Башҡалар менән бер рәттән Гөлнара Кулабова ла сәхнәлә тамаша, осрашыу ойоштороу эшенә маһир, милли үҙәккә йөрөү дәүерендә йырлаған да, бейегән дә, шиғырын да һөйләгән. Әле йәшәгән Свердловск өлкәһендә лә “Йәдкәр” театры, Ҡоролтай менән тығыҙ бәйләнештә тора, ихлас эшмәкәрлек күрһәтә. Күңелле иҫтәлектәр сит яҡтарҙа йәшәп ҡайтҡандар йөрәгенең иң түрендә һаҡлана һәм ихлас уртаҡлашыла.
Ғәлиә Дилмөхәмәтова Өфө­лә уҡып, ҡулына диплом алғас, йүнәлтмә буйынса эшкә Таш­кентҡа ебәрелә. Унда өҫтәп тағы ла белем тупларға ҡарар итә ул. Башҡортостанға 10 йыл элек әйләнеп ҡайтҡан, хәҙер балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә гөрләтеп донъя көтә. Ғәлиә апай Үзбәкстандағы мил­ли үҙәктең финанс эштәрен, күргәҙмә, конференциялар ойош­тороу мәшәҡәттәрен оҫта хәл итеүсе булараҡ башҡа­ларҙың ихтирамын яулаған.
Йылдар дауамында заман һынауҙарын лайыҡлы үткән Милли үҙәк бөгөн Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайы исеме аҫтында эшләй, һәм уның рәйесе урынбаҫары Рәйлә Ҡәри­пова ҡәрҙәшлек, дуҫлыҡ ептә­рен нығытыу, һаҡлау өсөн ифрат күп көс һала. Уның әйтеүенсә, хәҙер эш алып барыу күпкә еңеләйгән.
– Саралар үткәреү өсөн Рәсәй илселеге ярҙамында ҙур мәҙәниәт һарайҙарын ҡуртымға алабыҙ, сығымдарҙың да байтаҡ өлөшө ҡаплана. 2013 йылда беренсе тапҡыр милли костюмдар алдыҡ, башҡорт дәреслектәре лә килде. “Башҡорт көндәре”н, һабантуй үткәреү ҙә хыял ғына булып ҡалманы, – тип бәйән итте Рәйлә апай.
Сит тарафтарҙа йәшәп, бай­таҡ­ты күреп ҡайтҡан милләт­тәштәребеҙҙең үҙ телебеҙҙе, еребеҙҙе, тарихыбыҙҙы һәм бөгөнгөбөҙҙө ниндәй оло хис-тойғолар аша яратып, һағынып, һоҡланып тасуирлауҙарын күр­һәгеҙ ине, уҡыусылар. Бер туғандарҙан да яҡыныраҡ дуҫлашҡан, уй-фекерҙәрен ярты һүҙҙән аңлап торған, бер маҡсат һәм һөйөү менән йәшәгән ханымдарҙы халҡымдың алтын-гәүһәрҙәренә тиңләһәм дә, яңылышмам, моғайын.


Вернуться назад