Яуап тотор көн16.01.2015
Яуап тотор көн Ауыл ерендә халыҡ мал көтөп, унан әҙме-күпме булһа ла табыш алып йәшәргә күнеккән. Һуңғы йылдарҙа һыйыр һауыуҙан баш тартҡан хужабикәләр осрай башлаһа ла, күпселек барыбер аҡтан өҙөлмәҫ өсөн бар тырышлығын һала. Шул уҡ ваҡытта ауыл кешеһе һуйылған малын һата алмай аҙаплана. Был алдаҡ менән байырға маташыусыларға иркен эш итеүгә юл аса...

Ул ит һатыу эшен бынан тиҫтә йыл элек башлай. Ауыл халҡынан ит йыйып ала ла, уны Силәбе өлкә­һенә алып барып, ҡыйбат хаҡҡа “осора”. Шул рәүешле еңел машинаһын яңыртып, ит ташырға ҡулайлырағын алып та ебәрә. Алып­һа­тарлыҡ эшендә теле сарланып киткән ир нисек тә булһа халыҡты һемәйтеү юлын эҙләй. Һимертелгән малдың да хаҡын күпкә төшөрөүгә өлгәшә ул. Шул уҡ ваҡытта Магнитогорск ҡа­лаһына итте тап­шыр­ғанда уның сифатын иҫәпкә алып, хаҡын күпкә арттыра. Көньяҡ-көнсығыш райондарынан килгән иттең тәмен белгән кешеләр бәхәсләшеп тормай, ресторан-кафе хужалары тағы заказдар бирә. Эше алға киткән һайын алыпһатар ҡомһоҙлана ба­ра, ҡулына төшкән һәр тин­де һанап, ҡыштырлап тор­ған аҡсаларҙы үҙенән дә ҡыҙғана башлай.
Һәр ваҡыттағыса, ул был ауылға кискә килеп инә. Кемдең һатырға малы барлығын яҡшы белә. Күптән танышып, аралары яҡынайып киткән ҡатын барыһын да ишетеп-күреп, уға еткереп кенә тора. Был юлы ла, табынға ултырғас: “Күрше әбей һыйырын һатырға самалай. Малы ҡарт түгел, ите йомшаҡ буласаҡ”, – ти.
Улар икәүләшеп инәйҙең йортона юллана. Әбекәй, ирҙең яҡшы ниәт менән йөрөмәгәнен белгәндәй: “Юҡ, һатмаҫҡа булдым. Балаларыма аҡса итеп бирәйем тигәйнем, кесе улым бик асыуланды. “Ейәндәреңде ҡаймаҡһыҙ ҡалдырырға уйлайһыңмы? – тине. Булмай!” – тип ҡырт киҫә.
Тик был икәү сығып китергә ашыҡ­май, оло кешенең эс-бауырына инеп тигәндәй һыйырҙы һатырға өгөтләй. “Балаларың ҡаймаҡты һатып ала алмаймы ни? Ни өсөн улар һаман әсәй­ҙәрен малсы урынына тота? Һеҙгә бит хәҙер ваҡытында ял итергә кәрәк. Үҙегеҙгә шул бер кәсә һөт етә инде, уныһын күршеләрегеҙ ҙә индереп бирер. Балаларығыҙҙы ваҡытында ҡарағанһығыҙ, хәҙер улар һеҙҙе хәстәрләһен”, – тигән һүҙҙәрҙән һуң инәй күнә.
Икенсе көнөнә алыпһатар итте алып та китә. Аҡса артынан кеҫәһенә тығыла ла унан кире уйлай. “Әбекәй, хаҡын иртәнән һуң алып килермен”, – ти ул. Һыйырҙы һатып, яҡшы табыш алғас та, оло кешегә аҡсаны бирергә уйламай. Ошонан һуң башлана ла инде уның бер-бер артлы енәйәт ҡылыуҙары. Алыпһатар хужаларына бер тин түләмәйенсә малды алып китеп, итте тапшырып, аҡса “эшләп” булыуын аңлап ҡала. Оятһыҙлығының сигенә етәлер, күрәһең: алдап киткән инәйҙең ауылына тағы дүрт килеп урай. Һәр барғанында кешеләрҙең малын бушлай алып китә. Уның ниндәй әҙәм аҡтығы икәнлеген аңлап, үҙенә ҡаршы сыҡҡан бер өлкән ағайҙы әрләүҙән дә тартынмай. “Мин һинең малыңды алғанмы ни?! Улар миңә үҙ теләге менән бирҙе. Ит өсөн аҡсаһын да килтереп бирермен... Һуңынан”, – ти.
Ошо хәлдән һуң алыпһатар был ауылды урап үтә башлай. Үҙен өҙөлөп көткән ҡатынды ла төрлөсә алдаштыра. Артабан ул райондың икенсе ауылына барып эйәләй. Тәүҙә бер кешенең ике баш малын яҡшы хаҡҡа һатып ала, хаҡын шунда уҡ бирә. Ашығыс рәүештә аҡса кәрәк булған кеше һыйырының уңышлы ғына һа­тылғанына һөйөнөп бөтә алмай, ҡы­уанысын бар ауылдаштарына еткерә. Яңы уҡыу йылы башланырға торғанда малын ҡайҙа һатырға белмәгән кешеләр алыпһатарҙың йышыраҡ килеүен, ярҙам итеүен үтенә башлай. Теге уғры, оҙаҡ ҡына уйланып торған була ла: “Мин алыр инем дә ул, бөгөн генә хаҡын түләй алмайым, сөнки тағы бер бизнесым бар бит әле, бар аҡсамды шунда әйләнешкә һалғанмын. Киләһе аҙнаның башына тиклем көтөргә тура килер”, – ти.
Ауылдың бер ҡатлы кешеләре, әлбиттә, ышана. Малын документһыҙ-ниһеҙ тоттороп ебәрәләр. “Бер аҙна ғына көтөрбөҙ әле. Хәҙер баҙарға алып сыҡһаң, әллә үтә, әллә юҡ. Һуңынан нимә эшләйһең, боҙолған итте ҡайҙа ҡуяһың, былай, исмаһам, бар аҡса ҡулға эләгә”, – тиешә улар.
Эйе, күпте уйлаған әҙҙән ҡалған шул. Алыпһатар аҙна буйы кешеләрҙең малын ташый. Уға күрше ауылдарҙан да мөрәжәғәт итә башлайҙар. Ир үҙенең өҙлөкһөҙ килгән табышына ҡыуанып бөтә алмай. Ял көндәрендә лә килеп, мал йыйып йөрөгән алып­һа­тарҙың аҡса бирәсәгенә бер кем дә шикләнмәй. Шулай итеп, аҙна артынан аҙна үтә. Хаҡ түләргә ваҡыт, ә алып­һа­тар һаман күренмәй. Аҡса көткән ке­ше­ләр уны эҙләй башлай. Ир ҡал­дырған телефон номерына шылтыраталар — ул һүндерелгән. Ит һатыусылар үҙ­ҙәрен тишек кәмәгә ултыртып кит­кәндәрен аңлай, ләкин һуң инде.
Ошо хәлдән һуң алыпһатар бер нисә ай буйы районды урап йөрөй. Тотош ауылдарҙы тиерлек алдағас, үҙен үтә һаҡ тота башлай. Ваҡыт үткәс, йәнә бер ауылға юллана. Бында йәшәгән яңғыҙ ҡатын менән таныша, уның ба­шын әйләндерә. Яңғыҙлыҡтан арыған, мөхәббәт тураһында хыялланған ханым үҙенә ҡарата шундай йылы мөнәсәбәттән иреп төшә. Ир үҙен заманында бик мул табыш алған, тик ҡатынының һәм иң яҡын дуҫының хыянаты арҡаһында урамда тороп ҡалған бизнесмен тип таныштыра. “Беҙгә, ҙур аҡсаға өйрәнгән кешеләргә, был яҙмыш һынауын күтәреүе үлемгә тиң. Тәүҙә үҙемә ҡул һалайыммы тип уйлағайным, тик балаларым хаҡына түҙҙем”, – ти ул, ауыр көрһөнөп.
Эйе, алыпһатар ҡасандыр өйләнгән була. Тик ысынында бер ҡайҙа ла эшләргә теләмәгән ирҙән ҡатыны үҙе баш тарта. Ир үҙенең бер бөртөк балаһына алимент түләргә лә теләмәй.
Алыпһатарҙың “аяныслы” тормошо хаҡында ишеткән ҡатын уға ярҙам итергә әҙер булыуын әйтә. Ир: “Ҡай­ғырма, мин хәҙер күтәрелә башланым ул. Хәҙерге ваҡытта ит һатыу менән шөғөлләнәм. Халыҡтан мал йыйып алам да ҙур ҡалаларға алып барып тапшырам. Аҡсаһын оҙаҡлатмай бирәм. Былай зарланған кешеләр юҡ. Улар ҙа иттәрен ҡайҙа һатырға тип баш ватмай, мин дә үҙемә йәшәрлек аҡса эшләйем”, – ти.
Ҡатын шунда уҡ мал һатырға уй­ла­ған ауылдаштары барлығын белдерә. Икенсе көнөнә ул өй буйлап йөрөп, итте ҡулайлы хаҡҡа алыусы барлығы тура­һында һөйләй. Мал хужалары алыпһатар менән хаҡ тураһында килешергә килә. Ир һәр береһе менән әҙерәк бәхәсләшкәндән һуң уларҙың талабына риза бу­ла. Ауылдан сыҡмайынса малын “һата” алған ке­ше­ләр, иргә рәхмәттәрен уҡый-уҡый, ялған килешеүгә ҡул ҡуя.
Алыпһатар был ауылдан да аҙна буйы ит ташый. Унан үҙенән мөхәббәтле күҙҙәрен алмаған ҡатынға: “Икенсе аҙнала аҡса менән килеп етермен”, – тип, юҡҡа сыға.
Ғашиҡ ҡатын үҙенең генә түгел, уның ғәйебе менән күп ауылдаштарының да ал­данып ҡалыуына ыша­нырға теләмәй. “Шул тиклем күп аҡса менән килергә тейеш ине бит. Белеп ҡа­лып, артынан төш­кән­дәр­ҙер, талағандарҙыр, үҙе имен генә булһа ярар ине”, – тип илай.
Алыпһатар был ваҡытта, халыҡты алдап йыйған малынан төшкән аҡсаһын һа­нап, ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй. “Былай булғас, йәшәргә була!” – тип, ял итергә юллана.
Рәхәт тормошҡа өйрәнгән ир ке­шеләрҙең күҙ йәше менән һуғарылған аҡсаны тиҙ арала елгә осороп бөтә. Тағы ла шул уҡ юл менән байыу ниә­тендә икенсе ауылға килеп төшә. Бын­да ла алдағы мутлыҡтарын ҡабатлап көн һайын ит ташый. Мал һатырлыҡ кеше ҡалмағас, юҡҡа сыға. Ҡулдарына ялған килешеү алғандар уны оҙаҡ көтә, тик йылдар буйы алһыҙ-ялһыҙ тәр­биәләп үҫтергән малының аҡсаһын тотонорға насип булмай уларға.
Ошо рәүешле был әҙәм аҡтығы (уны икенсе төрлө атап та булмай) ун йылға яҡын рәхәтләнеп аҡса “эшләй”. Әммә “ҡы­рын эш ҡырҡ йылдан һуң да бе­ле­нә” тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Һө­ҙөм­тәлә, ул тотолоп, хөкөм эскәмйәһенә ултырҙы. Оятһыҙ рәүештә, алданған кешеләрҙең күҙҙәренә ҡарап: “Шулай килеп сыҡты шул. Ул ваҡытта минең матди хәлем бик ауыр ине. Үҙемде алданылар бит! Итте алдылар ҙа аҡ­саһын бирмәнеләр”, – тине ул, илаулап.
Суд хөкөмдө иғлан итер мәл еткәс, алыпһатар ҡурҡып, юғалып ҡалды. Үҙенә һуңғы һүҙ биргәстәр: ”Үтенеп һорайым, ултыртмағыҙ мине, зинһар! Был кешеләрҙең аҡсаһын ҡайтарып биреү өсөн миңә ҡайҙалыр эшләргә кәрәк бит. Төрмәлә ултырһам, бурысты кем түләр? Ултыртмағыҙ инде!” – тип ялбарҙы.
Суд алыпһатарҙы бер йыл да туғыҙ айға колонияға ебәрҙе. Бынан тыш, ул алданған кешеләрҙең барыһына ла аҡсаһын кире ҡайтарып бирергә тейеш.
Үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн ҡуйып, кешеләрҙең тиҙ ышаныусанлығын яуыз ниәттә файҙаланып, ғүмер буйы рәхәтлектә йәшәү мөмкин түгел. Һәр гонаһың өсөн, иртәме-һуңмы, барыбер яуап тоторға тура киләсәк.





Вернуться назад