Ниндәй үҙгәрештәр индерелде?16.01.2015
Ћалым

Йыл башынан ғәмәлгә ингән ҡануниәттәге уҙгәрештәрҙең күп өлөшө Рәсәйҙең Ћа­лым кодексына ҡағыла. Мәҫәлән, былтыр 29 ноябрҙә ҡабул ителгән 382-се федераль за­конға ярашлы, хәҙер өҫтәмә хаҡҡа һалым буйынса декларацияны биш көнгә һуңғараҡ, айҙың 25-се көнөнә тиклем тапшырырға мөм­кин. Єммә быйылдан алып документтарҙы хатта һалым агенттарына ла электрон формала тапшырырға кәрәк буласаҡ. Өҫтәүенә декларацияны кәрәкле форматта тултырмау ҙа уны тапшырмауға тиң тип һаналасаҡ. Был осраҡта, Рәсәйҙең Ћалым кодексының 119-сы статьяһына ярашлы, штраф ҡаралған. Ћалым органы документтарҙы ун көндән дә һуңлатып тапшырған компанияның банктағы иҫәптәрен ваҡытлыса ябып тора ала.
1 ғинуарҙан өйләнешеү йәки айырылышыу ҙа ҡиммәткә төшә. Никах теркәтеүселәр – 200-ҙән 350-гәсә, айырылышыусылар 650 һум дәүләт пошлинаһы түләргә тейеш. Юғалған паспортты алмаштырыу өсөн хәҙер 1 мең 500 һум кәрәк. Автомобиль йөрөтөү хоҡуғын биргән пластик танытманы эшләтеү хаҡы былтыр 800 һумға төшһә, быйыл 2 мең һум тора.


Мөлкәт

Илдә мөлкәткә һалым иҫәбен алыу системаһы ла үҙгәрҙе. Хәҙер уның күләме элекке кеүек объекттың инвентаризация хаҡынан түгел, ә кадастр баһаһынан сығып билдәләнәсәк. Белгестәр әйтеүенсә, шулай итеп, был һалымдың күләме артасаҡ. Ћөҙөмтәлә күсемһеҙ милкен икенсе кешеләргә теркәткән эшҡыуарҙар отоласаҡ: һалымды кәмерәк итеп күрһәтеп булмаясаҡ.


Миграция

Берҙәм иҡтисади киңлеккә һәм Таможня союзына ҡараған дәүләттәрҙән тыш, БДБ илдәренең барлыҡ граждандарына ла Рәсәйгә сит ил паспорттары буйынса инеү-сығыу режимы булдырылды. Быйылдан алып һәр сит ил кешеһе ваҡытлыса йәшәү өсөн рөхсәт алған осраҡта урыҫ телен, илебеҙҙең тарихын, закондарын яҡшы белеүен раҫларға тейеш. Бының өсөн элек СССР составына ингән дәүләттә белем алыуың йәки Рәсәйҙә дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үтеүең тураһындағы таныҡлыҡты, махсус сертификат күрһәтеү мотлаҡ. Є был сертификатты алыу өсөн мәктәптәрҙәге, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарындағы тест үткәреү үҙәктәрендә имтихан тапшырырға кәрәк.


Хеҙмәт

Хеҙмәт тураһындағы закондарҙы боҙған өсөн штраф күләме артты. Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодек­сының 5.27-се статьяһындағы 3-сө өлөшкә ярашлы, хеҙмәт йәки гражданлыҡ-хоҡуҡ договорын рәсмиләштереүҙе инҡар иткән вазифалы кешеләр – 10 меңдән 20 мең һумға, эшҡыуарҙар 5 меңдән 10 мең һумға, предприятиелар 50 мең һумдан 100 мең һумға тиклем штраф түләйәсәк.

Алкоголь

1 ғинуарҙан Рәсәйҙә составында этил спиртының миҡ­дары алты проценттан ашыу булған шы­йыҡлыҡты 1,5 литрҙан ашыу күләмдәге пластик һауытта һатыу тыйыла. Хәҙер телевидение йәки радио тап­шы­рыу­ҙарында, тура эфирҙан йәки балалар-үҫ­мерҙәр тапшы­рыуҙарынан тыш, урындағы ваҡыт буйынса киске 23-тән таңғы сәғәт 7-гә тиклем Рәсәй шарабын йәки һыраһын рек­ламаларға мөмкин. Бынан тыш, дөйөм туҡ­ланыу ойошмалары күргәҙмәләрендә лә ватан шарабына реклама яһарға була.

А. НИЗАМОВА әҙерләне.



Вернуться назад